Билдәле булыуынса, һуңғы айҙарҙа Асҡын районының Солтанбәк ауылы халҡы тормошо социаль селтәрҙәрҙең “сәхнәһе” түрендә: көн дә тиерлек сағыу, үҙенсәлекле, шәп саралар үткәреп, берҙәмлеге, рухлылығы, ихласлығы менән һоҡландырып, күңелдәргә дәрт-дарман өләшеп йәшәй улар. “Бөгөнгө милли төйәктәребеҙҙә тормош шулай ҡайнап торорға тейеш – усағыбыҙҙағы ут дөрләп янһын өсөн бергәләп тырышабыҙ”, – ти Солтанбәк ауылы хакимиәте башлығы Фәнил Шәрәфетдинов.
Урындағы етәкселек менән халыҡтың уртаҡ маҡсатта аңлашып йәшәүе, һәр күркәм башланғысты бергәләп күтәреп алып, дәррәү атҡарып сығыуы өлгөһөн күрһәтеп йәшәй солтанбәктәр. Өс йыл рәттән “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында ҡатнашып, тәүгеләрендә икенсе һәм өсөнсө урын, ә һуңғыһында Гран-при алыуҙары ла – берҙәмлектең сағыу үрнәге. Әле иһә солтанбәктәр күмәкләшеп мәртәбәле сарала Асҡын данын лайыҡлы яҡлау өсөн бөтөн көсөн һала. Мәҫәлән, һуңғы айҙарҙағы ҙур сараларҙы ғына алғанда, тыуған яҡты өйрәнгән арҙаҡлы ырыуҙаштары Шаһийән Миңлеғәлиев иҫтәлегенә таҡтаташ асыуҙы, “Тыуғанай FEST” тип аталған ҡышҡы фестивалде, “Ғаилә традициялары вариҫтары” байрамын оло ҡор кеүек киң итеп, ситтә йәшәгән ауылдаштарын, Балыҡсы ырыуы вәкилдәрен, йәнә бик күп ҡунаҡ йыйып, гөрләтеп уҙғарҙы улар. Шул уҡ ваҡытта көн дә мәҙәниәт йортонда, мәктәптә, балалар баҡсаһында, мәсеттә төрлө саралар өҙлөкһөҙ үтеп тора: йырлы-моңло кисәләр, спорт ярыштары, кис ултырыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, әлеге мәлдә иман йортонда ифтарҙар һ.б.
Ауылдағы әүҙем, йәнле тормош, әлбиттә, иң беренсе урындағы хакимиәт башлығының эшмәкәрлегенә бәйле. Ул төбәктең һулышын тоя, халыҡты ишетә, аңлай, дөрөҫ йүнәлеш бирә белә, ошо ерҙе бөтөн йөрәге менән ярата, уның үҫеше, яҡты киләсәге өсөн бар көсөн һала. Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов – тап шундай хужа. Үҙе тураһында һөйләргә яратмай ул, “Башҡортостан” гәзитенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә барған әлеге конкурста ҡатнашыуы ла – Солтанбәк халҡы тормошо һәм эшмәкәрлеген киңерәк күрһәтеү маҡсатынан.
“Тиҙҙән, июнь айында булырмы икән, Солтанбәктең 350 йыллығын үткәрергә йыйынабыҙ - барығыҙ ҙа килегеҙ, – ти Фәнил Фәнғәт улы. – Быға тиклемге ҙур саралар кеүек үк, киң итеп уҙғарырға ниәт. Байрам алдынан хакимиәткә ҡараған ауылдарҙы нығыраҡ төҙөкләндереү бурысы тора. Әлегә ҡәҙәр ошо маҡсатта байтаҡ эш атҡарылды. Тотош ауыл биләмәһен алғанда, һуңғы ваҡытта ғына “Атайсал” проекты нигеҙендә Сарыс йылғаһы аша дүрт баҫма һалынды, юлдар рәтләнде, зыяраттар, ҡоҙоҡтар кәртәләнде, бар һыу сығанаҡтарының эргә-тирәләре төҙөкләндерелде. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ла даими ҡатнашып торабыҙ. Уға ярашлы 2018 йылда алынған “Беларусь” тракторы, мәҫәлән, “уң ҡулыбыҙ”ға әйләнде – беҙҙең төпкөл өсөн көн дә, һәр миҙгелдә кәрәкле техника.
Белеүегеҙсә, биләмәлә өс ауыл – Солтанбәк, Сураш, Ҡамашиҙе. Тәүге икәүһендә һуңғы йылдарҙа йәш ғаиләләр артып, һөҙөмтәлә халыҡ һаны ла күбәйә бара, заманса йорттар ҡалҡа, тормош яңы һулыш ала. Ҡамашиҙегә килгәндә иһә... Унда әле ике генә йортта йәшәйҙәр. Уты һүнеп барған ауыл йөрәкте әрнетһә лә, был ерҙәрҙә үҙебеҙҙең егеттәрҙең милли туризм йәйелдерергә йыйыныуы яҡты киләсәккә өмөттө һүндермәй һаҡлай. Ғөмүмән, иң ҙур терәк-таяныстарыбыҙ – алтын кәңәштәрен өләшеп, изге төйәгебеҙҙең алдағыһын ҡайғыртып йәшәгән өлкәндәребеҙ һәм уларҙың юлын лайыҡлы дауам итергә ынтылған иманлы, илһөйәр, рухлы, уңған йәштәребеҙ. Ә улар, Аллаға шөкөр, беҙҙә күп”.
Солтанбәктә ишле ғаиләлә үҫеп, ошо уҡ ауыл ҡыҙына өйләнеп, ғүмерен тыуған төйәгенә бәйләгән, уңған фермер ҙа, һоҡланғыс балта оҫтаһы ла булып танылған, урындағы иман йортон төҙөүгә тос өлөш индергән, ауыл биләмәһендәге һәр кемгә оло ихтирам менән ҡараған, ҡурсаларға, ярҙам итергә әҙер торған Фәнил Фәнғәт улының ошо һүҙҙәре был төйәктәге халыҡтың бар асылын әйтеп бирә кеүек: “Хәл итә алмаҫлыҡ һымаҡ ауыр мәсьәләләр килеп тыуһа, үҙем дә һиҙмәҫтән, мәсетебеҙ манараһына, Һөйәнтүҙ фажиғәһе ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға ҡарап алам да алға йүнәләм: ҡаныбыҙға һалынған көс, милли асыл, иман алға атлата беҙҙе”.
Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов һәм Солтанбәк ауылының социаль селтәрҙәге төркөмө.