"Милли кейем көнөнә Өфөнөң «Ағиҙел» предприятиеһы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн башҡорт орнаменты менән биҙәлгән яңы эшлекле костюмдар коллекцияһын әҙерләп сығарҙы. Уларҙы эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ баһалар тип ышанам.
Бер-ике йыл элек кейемдәге традицион элементтарға мода тергеҙелде. Шул ваҡыттан алып Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу һәм иғтибар арта бара.
Киләһе йылда предприятие асылыуына 60 йыл тулыуҙы билдәләйәсәк, уның продукцияһы беҙҙең халыҡҡа яҡшы таныш. Ул - сувенирҙар, йорт кәрәк-яраҡтары һәм милли юҫыҡта көнкүреш әйберҙәре етештергән төп предприятиебыҙ, ә күптән түгел халҡыбыҙҙа ҙур һорау менән файҙаланған кейем-һалым тегеүсе лә. Шуға күрә "Ағиҙел" өсөн борсолмаҫҡа мөмкин - ихтыяж бар һәм бик ҙур.
Һәммәһен дә Милли кейем көнө менән ҡотлайым!" - тигән ул.
Фото: Радий Хәбировтың сәхифәһенән.