Башҡортостанда 164 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәре бар, ә шулар араһында иң мөһимдәренең береһе – милли кейем.
Милли кейем көнө барышында Өфөлә “Милли костюмды интерпретациялау проблемалары” тип аталған "түңәрәк өҫтәл" уҙҙы. Ул фән вәкилдәрен, йәмәғәтселекте милли кейемде реконструкциялау һәм үҙгәртеп ҡороу мәсәьәләһе буйынса фекер алышыуға йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Шулай уҡ сара барышында әлеге йүнәлештә эшлекле бәйләнештәр булдырыу, ғилми һәм ғәмәли тәжрибә менән уртаҡлашыу мөмкинлектәре ҡаралды. Фекер алышыуҙа мәҙәниәт, милли кәсептәр өлкәһендәге белгестәр – билдәле этнографтар, рәссам-дизайнерҙар, ошо өлкәлә эшмәкәрлек алып барған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Сара “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсына арналды.
"Түңәрәк өҫтәл"де Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов асты. Радий Хәбировтың указына ярашлы, 2020 йылдан республикабыҙҙа йылына ике тапҡыр Милли кейем көнө уҙғарыла, тип билдәләне ул сығышында. Бөгөн ошо йүнәлештәге эштең ыңғай һөҙөмтәләре тураһында һөйләү ҡыуаныслы. 2018 йылда республикабыҙҙа милли кейемдәрҙәге халыҡ, иң ҙур әйлән-бәйлән яһап, Рәсәй рекорды ҡуйҙы, унда 1192 кеше ҡатнашты. 2019 йылда теркәлгән ҡатнашыусылар һаны 2700-ҙән ашҡан. 2021 йылда республика Бөтә донъя фольклориадаһы барышында бер юлы ике донъя рекорды ҡуйҙы.
- Республикалағы традицион милли кейемдең үҙенсәлекле ҡиммәттәренә иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән иң ҙур проекттарҙың береһе “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы булды. 2020 йылда эшләй башлаған проект үҙ тәғәйенләнешен тапты. Унда йәш быуын вәкилдәренең әүҙем ҡатнашыуы, географияһының йылдан-йыл киңәйеүе ҡыуаныслы. Шулай итеп, конкурста Башҡортостандан, Пермь крайынан, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан, Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһынан, Италиянан (Милан), Төркиәнән рәссамдар һәм дизайнерҙар һынау тотто, - тине Илнур Мөхйәнов.
"Түңәрәк өҫтәл"де Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков алып барҙы. Уның эшендә мәҙәниәт һәм халыҡ художество промыслаһы өлкәһендә танылған белгестәр – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе, филология фәндәре докторы Розалиә Солтангәрәева, Р.Ғ. Кузеев исемендәге Археология һәм этнография музейының этнография бүлеге өлкән ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Елена Нечвалода, “Таусень” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, Башҡортостандың Рустар соборы ағзаһы Елена Евдокимова, рәссам-этнограф Сәлимә Усманова, SARBI кейем тегеү ательеһы етәксеһе Сәймә Хәсәнова, “Тамға” ижади берекмәһенең ҡуйыусы рәссамы Зөлфиә Краснова ҡатнашты. Балаҡатай районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Татьяна Ковалева традицион милли кейемде тергеҙеү, һаҡлау һәм актуалләштереү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Сарала ҡатнашыусылар башҡорт кейеме мифологияһы һәм ваҡыт арауығында трансформация, традицион костюмды стилләштереү, рус халыҡ ҡатын-ҡыҙҙары кейеме, халыҡ кейемен яңыртыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡуҙғатты.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
#МиллиКейемКөнө2022, #ДеньНациональногоКостюма2022