Бөгөн бөтә республикала Милли кейем көнө билдәләнә. Был сараға белем усаҡтары ла әүҙем ҡушылды. Мәҫәлән, Өфөнөң Дим районындағы Смарт 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында көн “Милли кейемдә белем алабыҙ” девизы аҫтында үтә.
- Беҙҙең гимназияла төп иғтибар сифатлы белем биреүгә, ижади яҡлап үҫешкән илһөйәр, телһөйәр балалар тәрбиәләүгә йүнәлтелә. Милли кейем көнөнә арналған бөгөнгө саралар ҙа матур байрам төҫөн алды. Бөтә кластар ҙа “Милли кейемдә белем алабыҙ” акцияһына ихлас теләк менән ҡушылды. Уҡытыусылар төрлө йүнәлештәге оҫталыҡ кластары үткәрҙе, - тип һөйләне гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Миләүшә Ғирфанова.
Миләүшә Рамаҙан ҡыҙы үҙе етәкләгән 4-се В класында “Селтәрҙәрҙә – халҡым хазинаһы” тип аталған оҫталыҡ дәресе күрһәткән, 6-сы Л класында Айгөл Мирзайән ҡыҙы Ҡотлозаманова менән Юлиә Рифҡәт ҡыҙы Әбүбәкирова ҡыҙҙарға селтәр яһау серҙәрен өйрәткән. Шайморатов исемендәге 8-се класс ҡыҙҙары рәсем һәм хеҙмәт уҡытыусыһы Ләйсән Хәлит ҡыҙы Йәнгирова менән бергә рус ҡурсағы теккән, ә егеттәр Айтуған Рәсих улы Мостафин етәкселегендә һандыҡ эшләргә өйрәнгән. Үҫмерҙәргә айырыуса ағасты лазер станоктарында бысып, көйҙөрөп, башҡорт биҙәктәре эшләү оҡшаған.
Көн дауамында тәнәфес ваҡытында яңғырап торған төрлө милләт көйҙәре, ошо көйҙәргә флешмоб башҡарыу, төрлө халыҡ уйындарын уйнау уҡыусыларға бик ныҡ оҡшаған.
Фотолар: Смарт 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһы.