Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
19 Апрель 2022, 21:00

Ҡылҡәләменең тылсымы йылдар үткән һайын сағыулана

...Дәүләткилдеев образын тыуҙырған йәш актерҙарҙы айырып билдәләп үтер кәрәк. Алтынсы класта уҡыған Айҙар Зәйнуллин тыуған төйәгенең матурлығына, тәбиғәткә ғашиҡ, йәштәштәренән айырылып торған, күргәндәрен, тойғандарын рәхәтләнеп һүрәтләгән Ҡасимдың бала саҡ образын тыуҙырҙы. Уны залдағылар хатта баҫып алҡышланы!

Ҡылҡәләменең тылсымы йылдар үткән һайын сағыулана
Ҡылҡәләменең тылсымы йылдар үткән һайын сағыулана

Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназияһында билдәле башҡорт рәссамы, башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ҡасим Дәүләткилдеевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте.

Тәүҙә ҡунаҡтар рәссамдың гимназия ихатаһында ҡуйылған бюсына сәскәләр һалды. Был иҫтәлекле урын 2017 йылда булдырылған, авторы – билдәле скульптор һәм рәссам, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, ҡасандыр ошо уҡыу йортон тамамлаған, ә бөгөн бында йәш быуынға белем биргән – Илдус Закиров.

Артабан учреждение буйлап экскурсия ойошторолдо.  Уҡыусыларҙың “Урал батыр” эпосына арналған ижади эштәре күргәҙмәһе, 9-сы класс уҡыусыларының “Башҡортостан халыҡтарының байрам натюрморты”, “Сәнғәт ҡанаттар бүләк итә" йомғаҡлау ижади эштәре күргәҙмәләре ойошторолғйны. Шулай уҡ сара барышында гимназия-интернат уҡыусылары төшөргән “Башҡортостан ынйыһы” йәнһүрәте күрһәтелде. Белем биреү йорто Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар буйынса Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңгән. Проект "Башҡортостан ынйыһы" тип атала, ҡыҫҡа метражлы анимация фильмдарын төшөрөүгә арналған. Башҡорт телендәге йәнһүрәт биш сериянан тора,  республиканың тәбиғәте, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың көнкүреше, мәҙәниәте менән таныштыра.

Шулай уҡ гимназияның иң әһәмиәтле урындарының береһе тип уҡыу йортоноң музейын атарға мөмкин. Бында мәктәп тарихы һәм башҡорт халҡының этнографияһы буйынса материалдар тупланған.

Гимназия директоры Гөлйемеш Садиҡова әйтеүенсә, мәктәп тарихы 1961 йылдан башланған. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында республикала бик күп интернат учреждениелары, шул иҫәптән Өфөлә 4-се мәктәп-интернат асылған. Педагогик кадрҙар менән комплектлаштырыу, тәүге уҡыусыларҙы йыйыу эше БАССР-ҙың мәғариф министры Фатима Мостафина эшләгән осорҙа башҡарылған. Унан тыш, был осор донъялағы тарихи ваҡиға менән тап килгән: Йыһанға тәүге кеше осҡан. Шуға ла интернаттағы пионер дружинаһына Юрий Гагариндың исеме бирелеүе һис тә ғәжәп түгел. Әйткәндәй, тәүге сығарылыш уҡыусылары араһынан бихисап осоусы һәм хәрбиҙәр быуыны үҫеп сыҡҡан.

1965 йылда мәктәп Республика урта сәнғәт мәктәп-интернаты тип үҙгәртелгән, ә 1994 йылда исеме Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты тип алмаштырылған. Директор Рәфил Фәтиховтың башланғысы менән уҡыу йортона Башҡортостандың һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Ҡасим Сәлиғәскәр улы Дәүләткилдеевтың исеме бирелгән.

Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Ҡасим Сәлиғәскәр улы 1887 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Күгел ауылында тыуған. Бик иртә етем ҡалған һәм Өфө ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнгән. 22 йәшендә Ҡасим Дәүләткилдеев, ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, Пеербургка барған һәм Юғары художество-сәнәғәт училищеһына уҡырға ингән.

Училищены тамамлағандан һуң, Художество академияһына конкурс буйынса ирекле тыңлаусы итеп алынған. Әммә академияла оҙаҡ уҡый алмаған. 1917 йылда һаулығы ныҡ ҡаҡшау сәбәпле Өфөгә ҡайтҡан һәм ғүмеренең аҙағына тиклем – 1947 йылғаса ошонда йәшәгән. Йәш рәссам урындағы художество түңәрәгендә әүҙем эшләгән, күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан.

Октябрь революцияһы еңгәндән һуң, Өфөлә совет рәссамдары берекмәһен төҙөү осоронда, Ҡасим Дәүләткилдеев ижади тормош эсендә ҡайнаған. Ул Өфөлә революцион Рәсәй рәссамдары берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе булған. М.В. Нестеров өфө художество музейына нигеҙ һалғас, Ҡ. Дәүләткилдеев бер ни тиклем ваҡыт шунда эшләгән һәм музей менән бәйләнешен ғүмеренең аҙағынаса өҙмәгән. Әйткәндәй, әле лә уның 145 эше тап ошо музейҙа һаҡлана, улар ваҡыты-ваҡыты менән күргәҙмәгә ҡуйыла. Уларҙың күбеһе акварель, күмер менән яһалған, шулай уҡ 1908 — 1914 йылдарҙағы ҡәләм менән эшләнгән өйрәнсек һүрәттәр альбомы ла бар.

Үткән быуаттың 20-се һәм 30-сы йылдарында рәссам  халыҡ сәнғәте әҫәрҙәрен йыйыу өсөн экспедицияларҙа йөрөй. Әҫәрҙәренең юғары художество сифаты Ҡ. Дәүләткилдеевтың тап экспедицияларҙа күп йөрөүе менән аңлатыла. Ғөмүмән, уны замандаштары тормошто, тәбиғәтте иҫ киткес нескә һәм тәрән тойоусы кеше тип һүрәтләгән, шул уҡ ваҡытта рәссам ижадҡа һәм йәшәйешкә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә фәҡәт үҙ фекере булыуы менән айырылып торған.

1926 йылда Өфөлә сәнғәт училищеһы асылғас, Ҡ. Дәүләткилдеев унда беренсе башҡорт педагогы булған. Төрлө уҡыу йорттарында уҡытыусылыҡ эшенә ул сирек ғүмерен арнаған. Ғ. Имашева, Р. Ишбулатов һәм башҡалар унан белем алған, А. Тюлькин, И. Урядов уның менән берлектә эшләгән.

Һис шикһеҙ, рәссамдың әҫәрҙәре — халҡыбыҙға ҡалдырылған мәҙәни мираҫ, хаҡы булмаған хазина. Тағы бер үҙенсәлеге: һәләт эйәһе бала саҡтан сәскәләр матурлығына мөкиббән ғашиҡ булған, уларҙың донъяһын айырым бер бөтөн күренеш итеп сағылдырған. Һаҡланған хәтирәләрҙән мәғлүм булыуынса, училищела уҡыған осорҙа уҡ Ҡасим Дәүләткилдеев сәскә таждарын иҫ киткес сағыу һәм ысынбарлыҡҡа тап килгән итеп һүрәтләп, һәләтен күрһәткән.

Унан тыш, рәссам әҫәрҙәрендә халҡыбыҙҙың көнкүрешен, халыҡтың характерлы типтарын бик оҫта күрһәтә алған (“Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы”, “Һунарсы башҡорт”, “Башҡорт йортоноң күтәрмәһе” һ.б.).

Әйткәндәй, "Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы" һүрәте 1929 йылда Мәскәүҙә Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелгән. “Сағыу милли башланғыс тышҡы билдәләрҙә генә (балаҫтар, кейемдәр) түгел, бәлки ҡыҙҙың йөҙөндә, күҙ ҡарашында, үҙен тотошонда кәүҙәләнә. Баҫалҡы, инсафлы, мөләйем башҡорт ҡыҙҙың образын һоҡландырғыс ябай, шул уҡ ваҡытта тәбиғи һомғоллоҡ һәм кешелекле итеп сағылдырыу өсөн ысыны менән гуманист, үҙ халҡыңдың улы булырға кәрәк”, - тип билдәләй белгестәр.

Ошо урында Инйәрҙә йәшәгән физика-математика уҡытыу­сыһы Ләлә Мостафина иҫтәлектәренән бер өҙөк килтерәбеҙ (журналист Х. Чембарисова яҙмаһынан):

“Эшем буйынса миңә 1984 йылда Өфөгә Мәғарифты үҫтереү институтына курсҡа барырға тура килде. Дәрестәрҙән һуң бер көндө музейға экскурсияға алып барҙылар. Экскурсовод һөйләй, ә мин Ҡасим Дәүләткилдеев ижадына арналған бәләкәй генә стендҡа иғтибар иттем, шунан “Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы” картинаһын күреп ҡалдым да шаҡ ҡаттым. Күҙҙәр... шул тиклем таныш күҙҙәр. Был тиклем дә ҡәйнәмә оҡшар икән! Ҡулының итәгенә һалыуына тиклем. Картинала иһә бала сағында һүрәтләнгән.

Музейҙан ныҡ тулҡынланып сыҡтым. “Был минең ҡәйнәм” тигән уй тынғы бирмәне. Картинаның баш ҡалалағы Нестеров исемендәге музейында һаҡланғанын һорашып белдем дә, ҡайтҡас, был турала иремә һөйләнем. Шунан икәүләп йәнә баш ҡалаға юлландыҡ. Килеп ингәс тә иптәшем: “Мин әсәйемде күрергә килдем”, – тине. Музейҙың бүлек мөдире Валентина Сорокина аптырап китте. Беҙ хәлде аңлаттыҡ. Шунан һаҡлағыстан портретты килтерҙеләр. Бик ҙур түгел икән. Ҡулыбыҙға алғас та артын әйләндереп ҡараныҡ. Унда “Деревня Усмангали, Белорецкий район. Юмагужина Марьям, сентябрь, 1928 год” тигән яҙыуҙы уҡыныҡ та шаҡ ҡаттыҡ, барыһын да аңланыҡ. Валентина Мефодиевнаның да иҫе китте”, – тип бәйән иткән Ләлә ханым.

Республика художестволы гимназия-интернатында үткәрелгән хәтер сараһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәләтле актер, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов гимназия уҡыусылары менән ошо хәтер кисәһе өсөн махсус рәүештә бөйөк башҡорт рәссамының бала саҡ һәм үҫмер йылдары тураһында театрлаштырылған тамаша әҙерләгән. Әйтергә кәрәк, ниәт тормошҡа ашҡан һәм тамаша ғәжәйеп тәрән мәғәнәле, сағыу, күңелгә үтеп инерлек килеп сыҡҡан: йәш актерҙар составы, декорациялар, костюмдар, музыка ла уңышлы һайланған. Былаҙың бөтәһе лә рәссамдың ҡатмарлы яҙмышы, уны һынауҙар һындырмауы хаҡында тағы берҙе уйланырға мәжбүр итте һәм ошо ҡаршылыҡтар бөйөк рәссамдың рухын сыныҡтырыуын, ижади ҡеүәтен нығытыуын тағы берҙе иҫбатланы. Дәүләткилдеев образын тыуҙырған йәш актерҙарҙы айырып билдәләп үтеү фарыз. Алтынсы класта белем алған Айҙар Зәйнуллин тыуған төйәгенең матурлығына, тәбиғәткә ғашиҡ, йәштәштәренән айырылып торған, күргәндәрен, тойғандарын рәхәтләнеп һүрәтләгән Ҡасимдың бала саҡ образын тыуҙырған. Айҙар -  Әлшәй районынан, гимназияла беренсе йыл ғына уҡый, бөтә яңылыҡтарҙы һәм сәхнә тәжрибәһен рәхәтләнеп үҙләштерә, ҡыҙыҡһыныусан, шуҡ малай. Һәр хәлдә, ул шул тиклем ышандырырлыҡ итеп уйнаны, рәссамдың күңелендәге хис-тойғоларҙы сағылдыра алды, хатта зал баҫып алҡышланы.

8-се класта уҡыған Ғайса Мөхәмәтшин да унан ҡалышмай. Ул өлкәнерәк Ҡасимды уйнаны, ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, Петербургка барып, художество училищеһына уҡырға инә алған маҡсатлы егетте һынландырҙы. Әммә һаулыҡ менән бәйле проблемаларға, аҡса етмәү сәбәпле рәссам артабан уҡыу хыялын ҡалдырырға, Өфөгә ҡайтырға мәжбүр. Тик ижади ынтылыштарын бер генә сәбәп тә һүндерерлек түгел: алда уны уңышлы ижад йылдары, дөйөм танылыу көтә...

Ҡыҫҡаһы, гимназияның ижади майҙансығында тәүге тапҡыр эшләүенә ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Ҡ. Дәүләткилдеев исемен мәңгеләштереүгә ҙур  өлөш индергән сағыу, йәнле тамаша булдырған режиссер Илнур Лоҡманов.

 – Педагог булып эшләүемә – 15 йыл. Милли йәштәр театрындағы төп эшемдән тыш, Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы студенттар халыҡ театрына етәкселек итәм һәм Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназия-интернатында эшләйем. Ғөмүмән, балалар менән эшләү миңә бик оҡшай, был йәһәттән тәжрибәм ҙур. Бөгөнгө тамаша ла минең өсөн ҙур, ыңғай әһәмиәткә эйә. Яңылыҡтарҙан, ижадтағы яңы алымдарҙан ҡурмайым, киреһенсә, әгәр улар халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырыу, шәхестәр иҫтәлеген балҡытыу өсөн эшләй икән, мин бар ижади булмышымды һалырға әҙермен. Шуға күрә күп уҡыйым, сценарий, сценография, костюмдар һәм башҡа режиссер алымдары хаҡында уйланам, мөмикнлек булыу менән ошо ынтылыштарымды тормошҡа ашырырға тырышам.

Ошондай эксперименталь эштәр менән БДПУ-ла 2016 йылда шөғөлләнә башланым. Мостай Кәримдең 100 йыллығына, Аҡмулланың юбилейына ла сағыу ижади эштәр башҡарылды һәм тағы ла был юҫыҡта пландар бар.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан миңә бөйөк рәссам Ҡасим Дәүләткилдеевтың иҫтәлеген тергеҙеү йәһәтенән тамаша ҡуйыу буйынса тәҡдим килгәс, был ниәт мине уйға һалды. Дөрөҫөн әйткәндә, шәхес онотола башлаған да һымаҡ. Гимназия исемен йөрөтә, һәйкәленә сәскәләр һалалар, әммә уның хаҡында сәхнә әҫәре булғаны юҡ. Рамаҙан айында милләттәштәремә ярҙам иткем килде һәм шуға күрә ошо изге эшкә тотондом. Беҙ һәр саҡ бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ, үҙем дә халҡыма, телемә хеҙмәт итергә бурыслымын.

Эш үҙенсәлектәренә килгәндә, балалар менән эшләү ҡатмарлы. Бигерәк тә һүрәт төшөрөүселәр менән. Башта уҡытыусылар ышанманы: "Юҡ, килеп сыҡмаҫ”, – тип әйткәндәр ҙә булды. Бирешмәнем, ун көн эсендә һәләттәрен асасаҡбыҙ, тинем. Бөгөн иһә тамашаны илай-илай ҡарауҙары маҡсатыбыҙға өлгәштек, балалар менән бергә йәнле тамаша эшләй алдыҡ тигәнде аңлата. Ғөмүмән, театр түңәрәге, сәхнә балаларҙы һәр яҡлап аса, сөнки – ул сихри донъя, – тип һөйләне режиссер Илнур Лоҡманов тамаша һәм ижад хаҡында.

Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, халҡыбыҙҙың бай, тәрән тарихы, сағыу мәҙәниәте, көслө рухи нигеҙҙәре бар – буш урында Ҡасим Дәүләткилдеев кеүек бөйөк шәхестәр тыумаҫ ине, тип белдерҙе.

– Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында өс йөҙҙән ашыу уҡыусы белем ала. Күренекле рәссамыбыҙ Ҡасим Дәүләткилдеев тә бәләкәйҙән һүрәт төшөрөү менән мауыҡҡан, артабан ижад йәшәү рәүешенә әүерелгән – ул бихисап билдәле рәссамдар тәрбиәләп үҫтергән. Һеҙҙең күп кенә уҡытыусыларығыҙ ҙа - Ҡасим Сәлиғәскәр улының уҡыусылары. Уларҙан ижади эстафетаны ҡабул итерһегеҙ, киләһе быуындарға тапшырырһығыҙ тип ышанам, – тине Юлдаш Мөхәммәт улы үҙ сығышында.

Сара барышында бер төркөм рәссамдарға, педагогтарға һәм алдынғы уҡыусыларға Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге премия, рәхмәт хаттары тапшырылды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: