23 апрелдә үтәсәк Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – телебеҙҙе киңерәк танытҡан, уны һаҡлауға, үҫтереүгә булышлыҡ иткән әһәмиәтле, матур сара. Шуныһы ҡыуаныслы: ул йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала бара. Акцияның әһәмиәте, диктант яҙыуҙың төп майҙансығы булған Башҡорт дәүләт университетында уны ойоштороу нескәлектәре тураһында башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина уртаҡлашты.
– Белеүегеҙсә, Башҡорт дәүләт университетында башҡорт теленән диктант 2015 йылдан уҡ төбәк кимәлендә үткәрелеп килә ине, 2019 йылдан ул Халыҡ-ара статус алғас, беҙҙең уҡыу йорто был акцияны үткәреүсе төп майҙансыҡ итеп һайланды.
Халыҡ йыл һайын был сараға эркелеп килә, университеттың фойеһы умарта күсендәй гөжләй. Апрель башынан уҡ диктант тураһында шылтыратып һорай башлайҙар, үҙенә күрә милләтте берләштереүсе, телгә ихтирам уятыусы бер байрамға әүерелә ул.
Быйыл да беҙ был мөһим сараның уртаһында ҡайнайбыҙ. Диктант текстарын һайлау, дикторҙар менән әҙерлек эштәре алып барыу беҙҙең факультет уҡытыусылары ҡатнашлығында бойомға ашырыла.
Диктант яҙыу өс кимәлдә ойоштороласаҡ.
Башҡорт телендә иркен аралашыусыларҙы 1-се аудиторияла көтәбеҙ. Диктант тексын Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы уҡыуында яҙасаҡтар.
Телде башлап өйрәнеүселәр өсөн 2-се аудитория тәғәйенләнгән. Тексты танылған актёр, режиссёр һәм театр эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев уҡыясаҡ.
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар 400-сө аудиторияла белемдәрен һынай аласаҡ. Диктант тексын Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Марсель Сәлимов уҡыясаҡ.
Ҡатнашыусыларҙы теркәү сәғәт 10-да башлана. Яҙыу ваҡыты сәғәт 11-ҙән алып 12-гә тиклем.
Ғәҙәттәгесә, ҡул эштәре, селтәр-һаҡалдар, милли биҙәүестәр һатыу ойоштороласаҡ, башҡортса яңы китаптар тәҡдим ителәсәк. Халыҡ ансамблдәре кисәне йәмләйәсәк, ҡатнашыусыларҙа байрам кәйефе тыуҙырыр, тип көтөлә.
Килегеҙ, көтәбеҙ. Рухлы саранан ситтә ҡалмайыҡ! – тине Гөлфирә Риф ҡыҙы.
Фото: шәхси архивтан.