“Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина социаль селтәрҙә ҡыҙыҡлы яҙма менән уртаҡлашты. Унда ул Мәскәүҙәге оҫтаханала Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков етәкселегендә Рәсәй Геройы генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡойоу барышы менән таныштырҙы.
- Оҫтаханала эш шул тиклем көйлө, ҡыҙыу бара. Мине Салауат Александровичтың ҙур командаһының эш стиле, бер-береһе менән аңлашып эшләүе, хеҙмәткәрҙәрҙең етәкселәренә мөнәсәбәте һоҡландырҙы. Әлеге фотоһүрәттәрҙә һәйкәлдең аҫҡы өлөшөн тәшкил итәсәк бәләкәй деталдәрҙе генә күрәһегеҙ. Уларға ҡарап та Геройыбыҙҙың һәйкәле ни тиклем ҙур, мөһабәт буласағын күҙалларға мөмкин, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Лариса Хашим ҡыҙы.
Әйткәндәй, Лариса Абдуллинаның халыҡ рәссамы Салауат Щербаков менән осрашыуының, әлеге оҫтаханала булыуының етди сәбәбе лә бар. Белеүебеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы “Боронғо дөйә” тип аталған ижади конкурс иғлан итте. Унда һүрәт төшөрөү менән мауыҡҡан 3 йәштән 14 йәшкәсә балалар ҡатнаша ала. Бына ошо конкурстың иң төп еңеүсеһе, йәғни Гран-при эйәһе Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтың Мәскәүҙәге оҫтаханаһын барып күреү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Бынан тыш өс йәш төркөмө буйынса етешәр бала “Шүлгәнташ” комплексына өс көнлөк путевка менән бүләкләнәсәк.
- Һәләтле балаларға бүләк булараҡ шундай матур мөмкинлектәр әҙерләнде. Айырыуса Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Әхмәҙиә улы Ғәйнуллинға ҙур рәхмәт! “Шүлгәнташ” комплексына 21 балаға путевка тап уның ярҙамы менән булдырылды, - тине Лариса Хашим ҡыҙы.
Ижади эштәр 23 майға тиклем ҡабул ителә. Конкурстың положениеһы менән ойоштороусыларҙың сайтында танышырға мөмкин.
Фотолар: Л. Абдуллинаның социаль селтәрҙәге сәхифәнән.