Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
21 Апрель 2022, 23:00

Республикабыҙ оҫталары - "Түбәтәй" фестивалендә

"Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында бындай ваҡиғалар күберәк булырға тейеш, сөнки Ватанға һөйөү тамырҙарыбыҙҙы белеүҙән башлана", тине Эльвира Айытҡолова.

Республикабыҙ оҫталары - "Түбәтәй" фестивалендә
Республикабыҙ оҫталары - "Түбәтәй" фестивалендә

Бөгөн Мәскәүҙә "Түбәтәй" халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале башланды. Унда Өфөнән биш ижади берләшмә башҡорт милли кейеме мотивтары ҡулланылған моделдәрҙе тәҡдим итте.

"Мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлаһаҡ, тамырҙарыбыҙҙы юғалтмаһаҡ, телдәрҙе өйрәнһәк һәм күршеләребеҙҙең йолаларын да белһәк, рухи яҡтан нығыраҡ байыясаҡбыҙ. Беҙҙең төп бурысыбыҙ — тап ошо ҡиммәттәр менән бүлешеү: 2018 йылдан бирле үткәрелеп килгән сараның девизы ла шул", — тип билдәләй фестивалде ойоштороусы һәм уның президенты Фатима Арифджанова.

Республикабыҙ вәкилдәре — Башҡортостандың Һөнәрселәр ассоциацияһы, Һөнәрселәр палатаһы "Башҡортостан Республикаһы мираҫы" күргәҙмә стендында "Ағиҙел" башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы модельерҙары әҙерләгән эш һәм мәктәп кейемдәре линияһын, дизайнер Александр Кирдякиндың "Ханымдар" коллекцияһын, "Салауат" ательеһы оҫталарының тиренән яһалған ҡул эштәрен, "Minzifa" ижад студияһының (Әлфиә Хамматова) биҙәүестәрен, "Тамға / Тамга" студияһының төньяҡ-көнбайыш башҡорттары мотивтары ҡулланылған кейемдәр линияһын күрһәтә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Мәскәүҙә фестивалде асыу тантанаһында шәхсән ҡатнашты һәм түбәндәге фекерен белдерҙе:

- Һис шикһеҙ, “Түбәтәй” фестивале Мәскәүҙә халыҡ кәсептәренең төҫөн һәм нурын тағы ла сағыуыраҡ балҡытты. Шулай уҡ уның  быйыл Башҡортостан Республикаһына бағышланыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Форсаттан файҙаланып, мин был сағыу сараны асыу тантанаһында ҡатнаштым һәм ҡунаҡтарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән сәләмләнем. Һис шикһеҙ, оҫталарыбыҙҙың эше ғорурлыҡ һәм һоҡланыу уята: улар халҡыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың милли үҙенсәлеген, рухын юғары кимәлдә күрһәтә. “Ағиҙел”  башҡорт художестволы кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы, “Салауат” ательеһы оҫталары экспозициялары ғына түгел, Пермь крайы башҡорттарының да кейем өлгөләрен ҡараным. Был төбәктең ҡатын-ҡыҙҙар кейеменең төп үҙенсәлеге – сигеүле нағыштарҙа, төҫтәр сағыулығы буйынса ла улар айырылып тора.

Сарала үҙен “йәш башҡорт” тип йөрөткән билдәле скульптор Салауат Щербаков менән дә осрашыуыма шатмын. Ул Шайморатов һәйкәле буйынса эш финал этабына сығыуы хаҡында белдерҙе.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында бындай ваҡиғалар күберәк булырға тейеш, тип иҫәпләйем, сөнки Ватанға һөйөү тамырҙарыбыҙҙы белеүҙән һәм аңлауҙан башлана, ә бындай саралар күп милләтле илебеҙҙең  бөтә милли сағыулығын, уның көсөн һәм ҡеүәтен аса. Республика оҫталарын берләштергән, делегацияны баш ҡалаға алып килгән һәм яҡташтарыбыҙҙы берләштергән Гүзәл Кәримоваға айырыуса ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

"Ағиҙел" башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы генераль директоры, Башҡортостандың Һөнәрселәр ассоциацияһы рәйесе Гүзәл Кәримова билдәләүенсә, фестивалдең төп маҡсаты – Көнбайыш Рәсәй, Урта Азия һәм Кавказ халыҡтарының мәҙәни мираҫын, традицион ҡиммәттәрен һаҡлау һәм популярлаштырыу.

– Әлеге сара төрлө ҡул эштәре менән шөғөлләнгәндәр өсөн бик мөһим һәм кәрәкле. Бында сағыу ижади мөхит булдырылған, оҫталар менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу бара – барыһы ла фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн үтә әһәмиәтле. Күргәҙмәлә йәмәғәтселек иғтибары төрлө илдәрҙә етештерелгән тауарҙарға йүнәлтелә, шулай уҡ ошонда уҡ етештереүселәрҙең үҙҙәре менән килешеү төҙөү мөмкинлеге бар. Ә сараның киңлегенә килгәндә, ошо һандарҙы килтерергә мөмкин: мәҫәлән, 2021 йылда IV "Түбәтәй" фестивалендә алты меңдән ашыу ҡунаҡ һәм тамашасы булған. Дүрт йыл арауығында иһә, дөйөм алғанда, фестивалдең төрлө сараларында 15 меңгә тиклем кеше һәм ойошмалар ҡатнашҡан. Сара йыл һайын ниндәйҙер төбәккә йәки илгә бағышлана. Быйыл бындай мәртәбә беҙҙең республикаға күрһәтелә. Сәхнә оҫталарыбыҙ фестивалде асыуҙа һәм ябыуҙа сығыш яһай. Экспозицияларыбыҙға иһә икеләтә иғтибар бүленәсәк. Иртәгә төбәгебеҙҙең ҡул оҫталарын биш күргәҙмә көтә. Башҡорт колориты берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫына ышанабыҙ, сөнки һөнәрселәребеҙҙең эштәре композиция бөтөнлөгө, төҫтәр гармонияһы, юғары оҫталыҡ һалып башҡарылыу менән айырылып тора, – тине Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы.

"Түбәтәй" халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале һөнәрселәр өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булһа, туристарға ул төбәгебеҙ, халҡыбыҙ, таланттарыбыҙ хаҡында күберәк белеү мөмкинлеген асасаҡ.

Фотолар Эльвира Айытҡолованың, Гүзәл Кәримованың шәхси архивынан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: