Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа һуңғы әҙерлек эштәре алып барыла. Ошо хаҡта Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Рауил ҡыҙы Йосопова һөйләне.
- Әһәмиәтле сараға әҙерлек планға ярашлы бара. Әлеге ваҡытта беҙҙең сайтта 900-ҙән артыҡ оффлайн майҙансыҡ теркәлде. Уларҙың һәр береһендә уртаса алғанда йөҙәр кеше ҡатнашасаҡ. Өфө ҡалаһында төп майҙансыҡтар Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, БР Милли музейы, БР Милли китапханаһында буласаҡ.
Был әһәмиәтле акцияға райондар ҙа йыл һайын әүҙем ҡушыла. Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында, Магнитогорск ҡалаһында бер нисә майҙансыҡ буласаҡ, уларҙың барыһы ла оффлайн эшләйәсәк. Быйыл тап оффлайн майҙансыҡтарға нығыраҡ иғтибар бирәбеҙ.
Шул уҡ ваҡытта теләге булғандар онлайн алымда ла ҡушыла ала. Диктант тексы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, Телеграм-каналда тура эфирҙа уҡыласаҡ. Эштәр 24 апрелдә төнгө 23.59 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк. Шуға күрә теләге булған кеше һуңғараҡ та эфирҙың яҙмаһын ҡарап, диктант яҙа ала.
Барығыҙҙы ла беҙҙе берләштергән, рухландырған сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырам! – тине Гөлназ Рауил ҡыҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 11.00 сәғәттә (Өфө ваҡыты буйынса) Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, Телеграм-каналда диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлайҙар. 11.00-11.25 сәғәт арауығында – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар өсөн; 11.30-12.00 сәғәттә – башҡорт телендә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн; 12.05-12.30 сәғәт арауығында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн.
#БашДиктант2022 #башҡорттелендәдиктант
Фото: шәхси архивтан.