Санкт-Петербург ҡалаһында яҡташтарыбыҙ бик күп йәшәй. Улар Рәсәй төбәктәрендәге иң әүҙем башҡорт диаспораларының береһе булыуы менән дә дан тота.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова менән осрашты. Уны беҙ тарихи тыуған төйәгенән алыҫта йәшәгән иң әүҙем, маҡсатҡа ынтылышлы ватандаштарыбыҙҙың береһе булараҡ беләбеҙ. Рөстәм Сәлим улы менән Гөлназ Хәләф ҡыҙы быйыл июндә Санкт-Петербург башҡорттары йыйынын үткәреү тураһында фекер алышты, пландарҙы билдәләне. Әйткәндәй, сарала Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов та ҡатнашырға теләк белдергән. Шулай уҡ Гөлназ Ибраһимова ошо көндәрҙә башҡорт йәмәғәт ойошмаһын рәсми теркәүҙәрен һәм хәҙер төрлө кимәлдәге грант конкурстарында ҡатнашырға ниәтләүҙәрен хәбәр иткән.
Ленинград өлкәһендә, шулай уҡ “Аманат” башҡорт бейеүе ансамбле лә эшләп килә. Башҡортостандан сыҡҡан яҡташтар һәм студенттар берлектәре даими рәүештә башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән берлектәге саралар уҙғара. Күптән түгел Өфө мэры Ратмир Мәүлиев Санкт-Петербург тау университетында Башҡортостан студенттары менән осрашыу үткәрҙе. Ә 31 мартта Санкт-Петербургта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө” һыу аҫты кәмәһен һыуға төшөрөү тантанаһында ҡатнашты.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: Гөлназ Ибраһимова етәкселегендәге Петербург башҡорттары унда йәшәгән милләттәштәребеҙ менән үҙ-ара әүҙем бәйләнештә булыуҙан тыш, яҡташтарыбыҙға даими ярҙам да күрһәтеп тора. Мәҫәлән, яңыраҡ Гөлназ Хәләф ҡыҙына Бөрйән районынан бер әсә мөрәжәғәт иткән. Баҡһаң, уның улы, яугир, Санкт-Петербургтағы хәрби госпиталгә эләккән икән. Был хаҡта Гөлназ Хәләф ҡыҙы бына нимә һөйләй:
“Яңыраҡ миңә Санкт-Петербургтағы хәрби госпиталдәге улының хәлен белерҙәй кешене эҙләгән һалдаттың әсәһенән хәбәр килде. Тиҙ арала һалдаттың әсәһе Фәимә Мостафина менән бәйләнешкә сыҡтым. Динар Мостафин – Бөрйәндән, ул махсус хәрби операция барышында яраланған. Йәкшәмбе яҡташыбыҙ өсөн төрлө аш-һыу әҙерләп, ирем менән госпиталгә юлландыҡ. Ирем сәс ҡырҡыу машинаһын да һалып алды, сөнки Динарҙың әсәһе әйтеүенсә, уның ошо арала ныҡ сәсе еткән.
Әммә килгәс, ҡаршылыҡҡа осраныҡ: баҡтиһәң, йәкшәмбе госпиталдә ҡабул итеү көнө түгел икән. Бер нисә сәғәт дауамында Динар эргәһенә инергә тырыштыҡ. Һөҙөмтәлә яҡташыбыҙ янына дүшәмбе иртәһенә рөхсәт бирҙеләр. Эштән һораныҡ, байтаҡ тикшереүҙәр үттек. Ниһайәт, Динар янына индек! Был осрашыу һәр ҡайһыбыҙ өсөн тулҡынландырғыс булды.
Динар Мостафинға – 25 йәш. Ул бер айға яҡын танк эсендә йөрөгән. Бәхеткә күрә, яралары ныҡ түгел, әммә күңел әрнеүе ныҡ һиҙелә. Һуғыш һәр саҡ – фажиғә... Әммә Динар менән яҡынданыраҡ аралашҡас, шундай егеттәр булғанда, киләсәгебеҙ тыныс, тигән һығымта яһаным. Ул, ысын мәғәнәһендә, Тыуған илебеҙҙе яҡлаусы, улар ышығында беҙгә ҡурҡыныс түгел. Шундай ул тәрбиәләгәндәре өсөн ата-әсәһенә ҙур рәхмәт.
Яҙмыш беҙҙе Динар Мостафин менән осраштырыуына бик шатмын. Ошо көндәрҙә иһә Бөрйән батырының әсәһе менән һеңлеһе Санкт-Петербургҡа килеп китте. Улар беҙҙең йортта туҡтаны. Динар өсөн бергәләп тәмле аш-һыу әҙерләнек. Ғөмүмән, ул госпиталдә ятҡан осорҙа йәнә эргәһенә барып киләсәкмен. Яҡташыма һаулыҡ һәм уның тиҙерәк аяҡҡа баҫыуын теләйем”, - ти Гөлназ Ибраһимова.
Ә Фәимә Мостафина, Динарҙың әсәһе, Гөлназ Ибраһимоваға рәхмәт уҡып, күңеле тынысланып ҡайтып киткән. Социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә ул түбәндәге юлдарҙы ҡалдырған: “Яҙмышымда шундай яҡшы кешеләр осрауына шул тиклем шатмын. Ниндәй бәхет: мин улым эргәһендә ике сәғәт ваҡытымды үткәрҙем! Ғәзиз балаларын күреү өсөн илебеҙҙең ҡайһы төбәгенән генә килмәгәндәр: Рязань, Һамар, Липецк, Тыва, Сызрань... Бөтәһенә лә һаулыҡ теләйем, балаларыбыҙ тиҙерәк аяҡҡа баҫһын. Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Гөлсинә Батыршинаға, Гөлназ Ибраһимоваға ғаиләбеҙгә күрһәткән ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт. Гөлназ Ибраһимованың ғаиләһе, уның ире, балалары борсолоуҙарыбыҙҙы уртаҡлашты, тынысландырҙы. Улар беҙҙе шундай йылы һәм ихлас ҡаршы алды. Йәйгеһен уларҙы Бөрйән районында ҡунаҡҡа көтәбеҙ”, - тип яҙған Фәимә Мостафина.
Беҙ берҙәмлек менән көслө!
Фотолар Гөлназ Ибраһимованың, Фәимә Мостафинанынң шәхси архивынан.