

Районыбыҙ күренекле шәхестәргә бик бай. Сәйетбаба ауылы ла илебеҙгә күп абруйлы кеше үҫтергән. Шулар араһында ғалим, күренекле әҙәбиәт белгесе, әҙәби тәнҡитсе, йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндәре докторы, Халыҡ-ара төркиәт академияһы академигы, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт университетының почетлы профессоры, Салауат Юлаев ордены, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы кавалеры, районыбыҙҙың почётлы гражданы Ғиниәтулла Ҡунафин айырым урын биләй.
Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә, туған халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ифрат ҙур өлөш индергән, Башҡортостандан ситтә лә киң танылған абруйлы ғалим, республикабыҙҙа башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын үҫтереүгә күп көс һалған талантлы ойоштороусы һәм етәксе, көслө педагог, әүҙем йәмәғәт эшмәкәренең тыуған ауылы Сәйетбабаны республикабыҙҙың башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге итеү буйынса башҡарған эштәре – халҡыбыҙҙың күҙ алдында. Былтыр күренекле яҡташыбыҙ 75 йәшлек олпат юбилейын билдәләне.
Күптән түгел районыбыҙҙа олуғ шәхес хөрмәтенә “Ғафуриҙа – Ҡунафин көндәре” тигән исем менән әҙәби осрашыуҙар үтте. Сара Еҙем-Ҡаран ауылында башланды. Ауыл мәҙәниәт йортондағы мәртәбәле осрашыуҙа Еҙем-Ҡаран, Юлыҡ, Ҡауарҙы мәктәптәре уҡыусылары, артабан Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбе һәм Үзбәк, Йөҙимән мәктәптәре, Ғиниәт Ҡунафин үҙе белем алған Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе һәм Ҡарағай, Имәндәш мәктәптәре уҡыусылары һәм педагогтар билдәле шәхес менән аралашты.
Киләсәктә Сәйетбаба мәктәбендә Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафин исемендәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты булдырыласағын билдәләп, уның макетын тәҡдим иттеләр. Уҡыусылар әҙипкә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.
Яҡташыбыҙ сараға буш ҡул менән килмәгән, уҡыусыларҙың тырышып уҡыуын, ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеүен теләне, мәктәптәргә үҙенең ижад емештәрен – китаптарын бүләк итте. Кистән иһә Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда ауылдаштары Ғиниәтулла Ҡунафин хөрмәтенә бик матур кисә әҙерләгәйне. Сарала, Сәйетбаба ауыл советы ҡарарына ярашлы, Ғ.С. Ҡунафинға “Сәйетбаба ауылының почётлы гражданы” тигән мәртәбәле исеме тапшырылды.
Иртәгәһенә ижади кисә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында дауам итте. Бында Ғиниәтулла Сафиулла улын “Почётлы гимназист” булараҡ ҡабул иттеләр. Илен данлар, халҡын күтәрер олпат шәхес, бөгөн Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә танылыу алған башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, күренекле яҡташыбыҙ менән аралашыу ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Ҡунафин көндәре район мәҙәниәт һарайында тантаналы байрам сараһы менән тамамланды.
Ғиниәтулла Ҡунафиндың ғүмер байрамы шатлығы менән уртаҡлашырға бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар – фекерҙәштәре, рухташтары килгәйне һәм уларҙы, хәләл ефете Гөлнур Ҡунафинаны район мәҙәниәт һарайы алдында хөрмәтләп, икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы алдылар.
Кисә район мәҙәниәт һарайы ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал” көйө менән асылды.
Һулаған һауа, һыулаған һыу, тыуған тупраҡ көс-дәрт өҫтәй, эшкә сәм уята. Бына ошолай тыуған төйәгенән илһам алып эшләгән хөрмәтле Ғиниәтулла Сафиулла улы, көслө алҡыштар оҙатыуында сәхнә түренә саҡырылып, түрҙән урын алды. Кисәне алып барыусы яҡташтарыбыҙ Фәрүәз Урманшин менән Светлана Насирова ҡотлау өсөн тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирҙе.
– Хөрмәтле Ғиниәтулла Сафиулла улы тыуған яғында ике көн рәттән район мәктәптәре уҡыусылары, уҡытыусылары, фән, мәғариф, мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм ижадҡа арналған осрашыуҙар үткәрҙе. Уларҙы үҙенең ғилми һәм фәнни хеҙмәттәре менән таныштырҙы. Ғүмеренең күп йылдарын ғилем, фән, мәҙәниәт үҙәге булған Башҡорт дәүләт университетына бағышлаған профессор ошо юғары уҡыу йорто тураһында төплө мәғлүмәт бирҙе. Ғ. Ҡунафин үткәргән был профессиональ йүнәлеш биреү дәрестәре буласаҡ абитуриенттарға һәм киләсәк тормошто күҙаллауҙа ҙур ярҙам буласаҡ. Ошо изге эштәрегеҙ өсөн район халҡы исеменән һеҙгә рәхмәт! – тине Фәнзил Фәйез улы, ҡотлау сәләмдәрен еткереп. – Ғиниәтулла Сафиулла улы – илебеҙ хаҡына тос өлөш индергән абруйлы ғалим. Уның хеҙмәттәрен һанап, баһалап бөтөрлөк түгел. Ғилем, фән донъяһында сағыу йондоҙ булып балҡыған Ғиниәтулла Сафиулла улы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, уға тиңләшергә тырышабыҙ, һәр ваҡыт уның төплө кәңәштәренә таянабыҙ, – тине Фәнзил Сыңғыҙов. Уның юбилярға арғымаҡ бүләк итеүен тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Артабан район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе һәм Ғ. Ҡунафинды район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Юбилярҙы ҡотларға районыбыҙҙың ауыл биләмәләре хакимиәттәре (бөтәһе – 16) башлыҡтары, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов һәм Ғиниәт Сафиулла улының шәкерттәре – район мәктәптәрендә уҡыусыларға лайыҡлы белем биргән башҡорт теле уҡытыусылары килгәйне. Ғалим, филолог, журналист, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, доцент, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Фәнзил Санъяров, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, башҡорт музыкаһы факультеты деканы Азат Айытҡолов абруйлы шәхесте ҡотлау өсөн сәхнә түренә саҡырылды. Азат Миңләхмәт улы остазы, уҡытыусыһына юбилей бүләге итеп ҡурайҙа “Бейеш” башҡорт халыҡ көйөн уйнап ишеттерҙе.
Башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сатирик, әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһендәге Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге премиялар лауреаты Марсель Сәлимов, БР Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” республика гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, Ғ. Ҡунафиндың ике туған ҡустыһы – “Илһам шишмәләре” халыҡ-ара төркиәт фестивале, прозаиктарҙың Василий Шукшин исемендәге Бөтә Рәсәй конкурсы Гран-приҙарына лайыҡ булған күренекле яҙыусы-прозаик, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Ағиҙел” республика журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин дауам итте.
Ғиниәт Сафиулла улы СССР Мәғариф дәүләт комитетының “Юғары белем биреү өлкәһендәге уңыштары өсөн” почет билдәһе, Рәсәй Дәүләт статистика комитетының “2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙағы хеҙмәттәре өсөн” миҙалы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев ордены, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн”, Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүгә – 100 йыл, Рәсәй Президенты етәкселегендәге дәүләт комитетына булышлыҡ итеү советының 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлеген мәңгеләштереү, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалдары менән бүләкләнә. М. Өмөтбаев исемендәге төбәк-ара, Башҡортостан Фәндәр академияһының юғары фәнни ҡаҙаныштары өсөн Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияларға лайыҡ була, уға БДУ-ның почётлы профессоры тигән юғары исемдәр бирелә.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим талантлы һәм киң ҡарашлы ғалимдың хеҙмәтенә ошондай баһа биргән: “Ғиниәт Ҡунафиндың үҙенә һәм талантына ихтирам менән ҡарайым”. Халыҡ шағирынан бындай хөрмәт һүҙҙәре ишетеү һирәктәр өлөшөнә генә тейә.
Сәхнәгә күтәрелгән мәғариф ветераны, арҙаҡлы аҡһаҡал, йәмәғәт эшмәкәре, Ғафури районы “Табын”дары ойошмаһы идараһы рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин, тиҫтә йылға яҡын Ғафури районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған, дәүләт эшмәкәре, Стәрлетамаҡ районының “Искра” ЯСЙ-е ауыл хужалығы директоры Әхәт Шаһиев кисәнең төп сәбәпсеһенә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Әхәт Хызыр улының юбилярға бүләк иткән йыры барыһының да күңеленә хуш килде.
– Тормош юлығыҙ һәм ижадта өлгәшкән уңыштарығыҙ милләтебеҙҙең бөгөнгө һәм киләсәк быуындары өсөн, һис һүҙһеҙ, юғары өлгө булып тора. Ғиниәт ағайыбыҙҙың яҡшы сифаттары араһынан ул тыуған еренә, халҡына тәрән һөйөү һәм ихтирам һаҡлай, уның ижадында ғына түгел, фәнни ҡараштарында һәм хеҙмәттәрендә лә был асыҡ сағыла. Ул – тыуған районының, тыуған ауылының, туған мәктәбенең ысын патриоты, – тине Ғәлинур Зиннур улы.
Артабан сәхнә түренә Ғиниәтулла Сафиулла улының класташтары, дуҫтары сығып, бала саҡ һәм йәшлек хәтирәләрен барланы, йөрәк түренән сыҡҡан ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе.
Һабаҡташтарына яуап итеп, Ғиниәтулла Сафиулла улы былай тине:
– Ошо мәлдә мин бик бәхетле, ҙур шатлыҡ кисерәм, сөнки бергә уйнап үҫкән һабаҡташтарым менән осрашам. Әле килеп, ошо йәшкә етеп, беҙҙең бәйләнештәрҙең өҙөлмәй, һаман да халҡым, дуҫтар, фекерҙәштәр тип, берҙәм йәшәүебеҙ өсөн, туғандар, дуҫтар, класташтар, һеҙгә ҙур-ҙур рәхмәт, сәләмәт булайыҡ, бергә-бергә йәшәргә яҙһын!
Юбилярҙың йәмәғәте – хәрби һәм дәүләт хеҙмәте ветераны, Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы дәүләт советнигы, отставкалағы дәүләт именлеге комитеты майоры Гөлнур Ҡасим ҡыҙы:
– Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен, тип яҙған бөйөк шағирыбыҙ Рәми ағай Ғарипов. Бөгөн яҡташығыҙ, арҙаҡлы ғалим, минең тормош иптәшемде ҡәҙерләп, хөрмәт күрһәттегеҙ. Ауылдар, мәктәптәр буйлап йөрөнөк, бөтә ерҙә лә оло хөрмәт, маҡтау һүҙҙәрен ишеттек. Ул бәхетле булғас, мин дә бәхетле. Район хакимиәте башлығына һәм уның эшлекле командаһына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәм. Балалар алдында сығыш яһалды. Әгәр ошонда әйтелгән һүҙҙәрҙән сығып, бер нисә баланың күңеленә: “Эх, ошо ағай һымаҡ мин дә уҡып кеше, ғалим булһам ине” тигән уй-фекер оялаһа, тимәк, беҙҙең был сарабыҙ үҙ маҡсатына ирешкән. Тормош иптәше булараҡ, холоҡ-фиғеле тураһында әйткәндә, икенсе башҡорт халыҡ шағиры Назар ағай Нәжми яҙғанса, башҡортлоҡ ул милләт кенә түгел, ҡурай һымаҡ ҡырлы, юғары, тигән. Бына ошо башҡортлоҡ уның бөтөн холҡонда сағыла, башҡорт ул эскерһеҙ, ихлас, ҡунаҡсыл, моңло. Балалары лайыҡлы булып үҫкән кеше бәхетле була, балалары – ғорурлығы, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр. Ейәндәре булған кешене халыҡта, тимәк, ул дөрөҫ йәшәгән, уның артынан нәҫеле, эҙе ҡала, тип әйтәләр. Быйыл ғаилә ҡороп йәшәй башлауыбыҙға 50 йыл тула. Алдағы көндәрҙә лә Хоҙай Тәғәлә ошо һаулығыңдан айырмаһын, – тигән теләктәрен еткерҙе.
Ҡунафин көндәре үҙ маҡсатына иреште, һәр ике яҡ өсөн дә бик әһәмиәтле һәм фәһемле булды, бигерәк тә балалар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Индира ИШКИНА.
Ғафури районы.