Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Апрель 2022, 15:00

Башҡорт гимназияһында диктант яҙҙыҡ

Башҡортостандың халыҡ щағиры Рәми Ғариповтың “Уйланыуҙар” тигән әҫәренән өҙөк һайланды.

Башҡорт гимназияһында диктант яҙҙыҡ
Башҡорт гимназияһында диктант яҙҙыҡ

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо. Диктантты гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Эльмира Хәсәнова уҡыны, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәми Ғариповтың “Уйланыуҙар” исемле әҫәренән өҙөк һайланды.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева барыһына ла уңыштар теләне.

Башҡортса диктант яҙыусыларҙың йылдан-йыл артыуы шатландыра. Ғөмүмән, “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022” акцияһы онлайн һәм офлайн тәртибендә үтте. Диктантты өс төркөмгә бүлеп яҙыу ойошторолдо - башҡорт телен яңы ғына өйрәнә башлаусылар, башҡорт телендә иркен аралашыусылар һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар.

Автор фотоһы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в