Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Апрель 2022, 11:30

Башҡорт теленән диктант башланды!

Был сара Өфө ваҡыты менән 11.00 сәғәттә онлайн һәм офлайн форматта башланды. 

Башҡорт теленән диктант башланды!
Башҡорт теленән диктант башланды!

Белеүебеҙсә, диктантты 11.00-11.25 сәғәт арауығында – башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған ҡатнашыусылар, 11.30-12.00 сәғәттә – башҡорт телендә иркен аралашҡан кешеләр һәм 12.05-12.30 сәғәт арауығында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән ҡатнашыусылар яҙа.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйылғы диктант текстарын Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов, башҡорт теленең  төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар  өсөн М. Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Рәсим ҡыҙы Нуриева уҡый.

Шул уҡ ваҡытта Өфө ҡалаһындағы төп майҙансыҡтарҙа, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетында һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында диктант тексын айырым шәхестәр уҡыуында яҙалар.

Төп майҙансыҡтарҙың береһе булған Башҡорт дәүләт университетының дитант яҙыу ойошторолған биләмәһе иртәнсәктән умарта күселәй гөжләп тора. Акцияла ҡатнашыу өсөн килеүселәрҙе дәртле-моңло көйҙәр, бай күргәҙмәләр ҡаршы алды. 

Башҡорт теленән диктант яҙырға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре лә килде. 

Башҡорт телендә иркен аралашыусылар 1-се аудиторияла урын алды. Диктант тексын дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова уҡый. Телде башлап өйрәнеүселәр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ  артисы Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев уҡыуында диктант яҙа. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов етәкселегендә үҙ белемен һынай.

#БашДиктант2022 #башҡорттелендәдиктант

Автор фотолары.  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в