Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Башҡорт дәүләт университетындағы майҙансыҡта Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа ҡатнашты. Сара алдынан ул Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфиры барышында һорауҙарға яуап бирҙе.
- Башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеү – беҙҙең өсөн мөһим бурыс. Тап шуның өсөн үҙем дә, Хөкүмәт ағзалары, министрҙар ҙа диктант яҙырға килде, сөнки беҙҙең өсөн был – уртаҡ маҡсат, эш, - тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы диктантты башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр менән бергә яҙҙы.
- Быға тиклемге диктантты “дүртле”гә яҙыуымды әйткәйнеләр. Ул саҡта мин яҡшылап әҙерләнеп өлгөрмәгән инем, шуға күрә бер нисә урында хата ебәргәнмен, - тине республика Башлығы һәм был юлы тағы ла тырышыбыраҡ яҙасағы хаҡында белдерҙе. Ул шулай уҡ акцияның халыҡ-ара кимәлгә сығыуын һәм унда йыл һайын күберәк кешеләрҙең ҡатнаша барыуын ҙур ҡаҙаныш тип баһаланы.
Автор фотоһы.