Әлшәй районы үҙәге Раевка ҡасабаһында ике көн дауамында V “Быуаттарҙы быуатҡа бәйләп” тип исемләнгән республика башҡорт балаҫы фестиваль-конкурсы үткәрелә. Унда 20 район һәм ҡаланан – Архангел, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Йылайыр, Миәкә, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы, Учалы һәм башҡа төбәктәрҙән барлығы 50-ләп балаҫ оҫтаһы йыйылды.
Тәүге тапҡыр был конкурс Әлшәй ерендә 2010 йылда ойошторола һәм ныҡлы тамыр йәйә, хәҙер инде уны үткәреү изге йолаға әүерелгән. Байрамға Өфөнән дә абруйлы ҡунаҡтар килде, улар араһында әлшәйҙәрҙең яҡташы, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, сәсәниә Розалиә Солтангәрәева ла булды.
- “Балаҫ байрамы” – ул ошо яҡтың бренды, тип әйтер инем. Миәкә, Дәүләкән, Бишбүләк, Әлшәй яҡтары оҫталары балаҫ һуғыуҙың традицион үҙенсәлектәрен һаҡлап килә. Балаҫтағы биҙәктәр матурлыҡ өсөн генә ҡулланылмай, уларҙа боронғо мәғлүмәттәр һаҡлана, уларҙың сере, тәртибе бар. Төҫтәр ҙә, билгеләр ҙә уйланылған, балаҫ биҙәктәрендә тәбиғәт һәм кешенең бәйләнеше сағыла. Хәҙер балаҫ һуғыуҙың боронғо тәртибен һаҡлағандар һирәгәйә, оҫталар замансалаштырыуға күсә. Минең теләгем - тарихты, билгеләрҙең телен өйрәнһендәр ине, - тине сәсәниә.
Күргәҙмәгә ҡуйылған балаҫтарҙың ниндәйе генә юҡ ! Һәр береһенең үҙ биҙәге, үҙ йәме. Балаҫ оҫталарының йәштәре лә төрлө. Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылынан тирә-яҡта балаҫ оҫтаһы булараҡ дан ҡаҙанған Нәзиә Әхмәтвәлиеваға тап ошо конкурс үткәргән көндө 87 йәш тулды. Тәжрибәле балаҫ һуғыусы жюри ағзаһы булып, конкурста ҡатнашыусыларҙың оҫталығын баһалап ҡына ҡалманы, үҙенең белгәнен йәштәргә лә ихлас өйрәтте.
Балаҫ байрамы бөгөн дә дауам итә. Өйрәнергә теләгәндәргә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә. Байрам тураһында тулыраҡ итеп гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ. Конкурс еңеүсеһен дә тиҙҙән хәбәр итербеҙ.
Автор фотолары.