Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Апрель 2022, 16:30

Төркмәндәр ҙә диктант яҙҙы!

"35 йыл Башҡортостанда йәшәп, башҡорт телен белмәһәм, оят булыр ине..."

Төркмәндәр ҙә диктант яҙҙы!
Төркмәндәр ҙә диктант яҙҙы!

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙырға килеүселәр араһында билдәле шәхестәр ҙә бихисап булды. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләрен, хатта башҡа милләт вәкилдәрен күреү – ҡыуаныслы күренеш. Был башҡорт теленә ихтирам, хөрмәт билдәһе, уның киңерәк таныла барыуы һөҙөмтәһе.

Бөгөнгө сараның әһәмиәте тураһында Башҡортостан төркмәндәренең милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Сапарморат Хаши улы Шанглиев үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Башҡорт теленән диктант яҙыуҙа һәр ваҡыт ҡатнашып киләм. 35 йыл Башҡортостанда йәшәйем, тормош юлдашым – Өфө ҡыҙы, шуға күрә башҡорт телен белмәһәм, оят булыр ине. Ошо ерҙең һыуын эскәс, ошо ерҙе төйәк иткәс, Башҡортостанды һәм уның халҡын, башҡорт телен бөтә йөрәгемдән яратам. Был һис тә арттырыу ҙа, ярамһаҡланыу ҙа түгел, ә ысын күңелдән әйтелгән һүҙҙәр, - тине Сапарморат Хаши улы саф башҡорт телендә.

Уның менән бергә килгән һылыу ҡыҙ – Өфө дәүләт авиация теник университеты студенты Айджахан Тагандурдыева булып сыҡты. Ул әле беренсе курста ғына уҡый, шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт телендә ярайһы уҡ һөйләшә.

- Телдәребеҙҙә уртаҡлыҡ бик ҙур, шуға күрә башҡорт телен өйрәнеү әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, - тине Айджахан.

Автор фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: