Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
24 Апрель 2022, 17:00

Сүрәләр яҙылған түшелдеректәр

Түшҽлдҽрҽктәргә бисер менән сигеп "Фатихә", "Аятҽл-Көрси", "Ән-Нәс" һәм "Әл-Фәләҡ" сүрәләрҽ яҙылған.

Сүрәләр яҙылған түшелдеректәр
Сүрәләр яҙылған түшелдеректәр

Була бит шундай оҫталар: уларҙың эшенә ҡарап хайран ҡалырлыҡ. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Йәүһәр Искәнйәр ҡыҙы Түләковаға әле 89 йәш! Инәйҙең ҡыҙы Рәсимә Түләкова әсәһенең рөхсәте менән сүрәләрҙе сәйлән менән сигеп эшләгән түшелдеректәрен (селтәр) үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә ҡуйған. . "Түшҽлдҽрҽктәргә бисер менән сигеп "Фатихә", "Аятҽл-Көрси", "Ән-Нәс" һәм "Әл-Фәләҡ" сүрәләрҽ яҙылған", - тип яҙа ул. Уларҙы сәйләндәр менән нисек эшләп ултырыуын инәй үҙе генә беләлер инде... Күпме түҙемлек һәм сабырлыҡ, күңел йылыһы, күҙ нуры һалып эшләнгән был эштәр ысын мәғәнәһендә юғары сәнғәт өлгөһө! Һеҙҙең арала юҡмы шундай оҫта ҡуллы инәй-апайҙар, килен-еңгәйҙәр? Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә ҡул эштәрен сағылдыраған фотоһүрәттәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.

Фото: Рәсимә Түләкованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Сүрәләр яҙылған түшелдеректәр
Сүрәләр яҙылған түшелдеректәр
Сүрәләр яҙылған түшелдеректәр
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: