Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Апрель 2022, 17:55

Барлыҡ донъя башҡортса диктант яҙҙы

Халыҡ-ара сарала республикабыҙҙың барлыҡ район-ҡалаларында, Рәсәйҙең бихисап төбәктәренән генә түгел, ә төрлө илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнашты.

Барлыҡ донъя башҡортса диктант яҙҙы
Барлыҡ донъя башҡортса диктант яҙҙы

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа республикабыҙҙың барлыҡ район-ҡалаларында, Рәсәйҙең бихисап төбәктәрендә, төрлө илдәрҙә йәшәгән милләттәштәр ҡатнашты. Рәсми сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, барлығы 334 523 кеше диктант яҙған. Уларҙың 125 179-ҙы –  башланғыс кимәлдә, 140 019-ы –  иркен аралашыу кимәлендә һәм 69 325 кеше төнъяҡ-көнбайыш диалектында яҙған. Сағыштырыу өсөн 2021 йылдың һандарына күҙ һалайыҡ: башланғыс кимәлдә яҙыусылар һаны – 159 510, иркен аралашыу кимәлендә яҙыусылар – 106 794 һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында 55 478 кеше яҙған.

“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу сараһы йылдан-йыл киңәйә, ҡыҙыҡлыраҡ һәм берҙәмерәк була бара. Республика Башлығы Радий Хәбировтың акцияла ҡатнашыуы айырыуса байрамса төҫ бирҙе. Быйыл диктантты офлайн-майҙансыҡтарҙа йыйылып, бергәләп яҙыу мөмкинлеге булыуы ҡыуандырҙы. Минеңсә, был изге йолаға әүереләсәк. Шәхсән үҙем өсөнсө тапҡыр диктантты төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙҙым. Быйыл беҙҙең диалект өсөн дә махсус тел нормалары әҙерләнеүе бик ҡыуандыра. Бының өсөн танылған ғалимдарҙы, тел белгестәрен һәм башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән төрлө район вәкилдәрен йәлеп иткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт әйткем килә ”,  –  тине Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил.

Рәсәй төбәктәренән сарала Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалаларында, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләрендә, Ханты-Манси автономиялы округында, Ямал-Ненец автономиялы округында, Пермь, Алтай, Приморск крайҙарында, Яҡут (Саха), Татарстан республикаларында йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡатнашты. Үзбәкстан, Тажикистан, Испания, Швейцария, Германия,  Бөйөк Британия, Италия, Франция, Канада, Ҡаҙағстан, Төркиә,  Польша, АҠШ илдәрендә лә диктант яҙыусылар булды.

Билдәле йырсы Зилиә Бәхтиева диктантты Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа яҙҙы. “Тура эфирҙа диктант яҙыу –  ҡыҙыҡ та, яуаплы ла. Текст ныҡ уйландырҙы, бай йөкмәткеле булды. Бындай саралар барлыҡ йәһәттән дә камилыраҡ булыуға өндәй,” – ти ул.

Диктант-2022 ҡатнашыусыларының һәр береһенә электрон сертификаттар йүнәлтеләсәк.

Фото төрлө төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең шәхси архивтарынан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: