Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Апрель , 16:50

“Беҙ — рухлы башҡорттар, артабан да телебеҙҙе өйрәнәсәкбеҙ һәм үҫтерәсәкбеҙ”

"Халҡыбыҙҙың тарихи хәтере документтарҙа ла, иҫтәлектәрҙә лә һаҡланған. Был һәммәбеҙ өсөн бик мөһим. Беҙ башҡорт халҡын интеграциялау , бергә туплау өсөн ҙур эштәр башҡарҙыҡ, алға табан ҙур аҙым яһаныҡ. Мәғариф системаһы кешеләрҙең милли, этник үҙаңын формалаштыра. Ҡыҙғаныска ҡаршы, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының этник үҙбилдәләнеше ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында йә юғалған, йә тоноҡланған, шулай ҙа күптәр һаҡлап ҡала алыуы ҡыуаныслы..."

“Беҙ — рухлы башҡорттар, артабан да телебеҙҙе өйрәнәсәкбеҙ һәм үҫтерәсәкбеҙ”
“Беҙ — рухлы башҡорттар, артабан да телебеҙҙе өйрәнәсәкбеҙ һәм үҫтерәсәкбеҙ”

23 апрелдә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары,  Башҡорт дәүләт университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә, «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022» акцияһын ойошторҙо. Сара онлайн һәм офлайн форматта уҙҙы. Өфө күп профилле һөнәри колледжында башҡорт ырыуҙары вәкилдәре ҡатнашлығында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу майҙансығы ойошторолғайны. Сараға Асҡын, Илеш, Бүздәк, Яңауыл, Борай, Туймазы, Дүртөйлө,  Кушнаренко һәм башҡа төньяҡ-көнбайыш райондары делегациялары килде. Улар араһында Альберт Исмаил, Филүс Беркет, Рида Фәхрисламова, Рәсил Мөхәмәтйәнов кеүек төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының сағыу вәкилдәре лә булды.

Шулай уҡ халыҡ-ара диктант яҙыу сиктәрендә “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектын һаҡлау һәм популярлаштырыу”  тип аталған стратегик сессия уҙҙы, унда төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының туғыҙ ырыуы - Уран, Балыҡсы, Йәлдәк, Ҡаңны, Ҡаршын, Гәрәй, Ҡырғыҙ, Танып, Эске Йылан вәкилдәре  –  тарих, йәштәр, спорт һәм мәҙәниәт, йәштәр өлкәһендә эшләүҙең төп йүнәлештәрен билдәләне. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыусыларҙы сәләмләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов түбәндәгеләрҙе белдерҙе.

— Быйылғы диктант — ул уҙған быуаттың 50-се йылдарында тәүге тапҡыр төньяҡ-көнбайыш диалекты темаһы күтәрелгәндән алып һалынған тырышлыҡтың һөҙөмтәһе. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары мәсьәләһен ошондай кимәлгә сығара алыуыбыҙға шатбыҙ. Шуның менән бер рәттән ул яңы киңлектәрҙе лә аса — тел үҫешергә һәм тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө булырға тейеш. Стратегик сессия барышында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының туғыҙ ырыуы вәкилдәре артабанғы проекттарҙы һәм үҫеш йүнәлештәрен билдәләне. Әлеге сара башҡорт халҡының үҫешенә мөһим өлөш индерер тигән ышаныста ҡалам, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Юлдаш Йосопов.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин түбәндәге фекерен белдерҙе:

— Халҡыбыҙҙың тарихи хәтере документтарҙа ла, иҫтәлектәрҙә лә һаҡланған. Был һәммәбеҙ өсөн бик мөһим. Беҙ башҡорт халҡын интеграциялау, бергә туплау өсөн ҙур эштәр башҡарҙыҡ, алға табан ҙур аҙым яһаныҡ. Мәғариф системаһы кешеләрҙең милли, этник үҙаңын формалаштыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының этник үҙбилдәләнеше ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында йә юғалған, йә тоноҡланған, шулай ҙа күптәр һаҡлап ҡала алыуы ҡыуаныслы. Бөгөн беҙ тарихи юлдан барабыҙ һәм теләгән һөҙөмтәгә өлгәшербеҙ тигән теләктә ҡалабыҙ, — тине Салауат Ишмөхәмәт улы.

Пермь өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов:

— Бынан бер нисә йыл элек төньяҡ-көнбайыш диалекты башҡорт теле һөйләше тип рәсми танылыуы халыҡ өсөн шатлыҡлы хәбәр булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ултырышында беҙ ошо диалектта яҙыу ҡағиҙәләре буйынса ҡарарҙар ҡабул иттек. Быйыл ошо ҡағиҙәләр буйынса диктант яҙылды. Беҙҙең телдә Ғәли Соҡорой, Кирәй Мәргән кеүек арҙаҡлы башҡорттар һөйләшкән. Беҙ — рухлы башҡорттар, артабан да телебеҙҙе өйрәнәсәкбеҙ һәм үҫтерәсәкбеҙ, — тине Рәсил Тимерғази улы.

Һандарға килгәндә, Өфө күп профилле һөнәри колледжы майҙансығындағы акцияла 70-ләгән кеше - район вәкилдәре, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа тыуып үҫкән билдәле шәхестәр ҡатнашты. Бынан тыш, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктантты республика райондарында ойошторолған майҙансыҡтарҙа ла яҙҙылар. Мәҫәлән, Асҡын районында  –  100-гә яҡын, Тәтешле, Яңауыл райондарында – 40-ар, Бүздәк, Борай, Өфө, Краснокама райондарында 30-шар кеше диктант яҙҙы. Шулай уҡ сараны Дүртөйлө, Кушнаренко райондары ла ойошторҙо.

"Без башҡортлар" хәрәкәте иһә Нефтекамала, Башҡорт дәүләт университетының урындағы филиалында, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу өсөн майҙансыҡ ойошторҙо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, “Без башҡортлар” хәрәкәте лидерҙарының береһе Радик Бәхтиев билдәләүенсә, сара юғары кимәлдә уҙған, ҡатнашыусыларҙың ыңғай баһаһын алған.

– Диктанттан һуң башҡорт ырыуҙарының тарихын, уларҙың төрлөлөгөн, генотиптарҙың һәм диалекттарҙың килеп сығышын тикшерҙек. Сарала ҡатнашыусылар киләсәктә Башҡортостанда йәшәгән башҡорттар һәм халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән "Беҙ башҡортлар" хәрәкәте сараларында ҡатнашырға теләк белдерҙе, – тине Бәхтиев.

Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттар ҙа акцияла  әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә - 1200 самаһы, Ырымбурҙа - 300, Свердловск өлкәһендә 70-ләп кеше диктант яҙған. Пермь крайында диктантты башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙғандар һәм сарала 200-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.

Фотолар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в