Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
26 Апрель 2022, 14:00

Баймаҡтар йыйын йыйҙы

Кисә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында баш ҡалала йәшәгән Баймаҡ районы вәкилдәренең осрашыуы үтте. 

Баймаҡтар йыйын йыйҙы
Баймаҡтар йыйын йыйҙы

Сара бай күргәҙмә менән башланып китте. Бында райондың йәшәйешен сағылдырған күргәҙмә материалдар, төбәктә йәшәгән кәсепселәрҙең эштәре, шәхси предприятиеларҙың продукцияһы менән танышырға, уларҙы һатып алырға мөмкин булды.  

Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.

Тәүҙә республика, Баймаҡ районы етәкселеге, Өфөләге “Баймаҡ” яҡташтар ойошмаһы ағзалары һәм арҙаҡлы яҡташтар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда РФ Дәүләт Думаһы депутаты З.З. Байғусҡаров, вице-премьер И.А. Тажетдинов та ҡатнашты.

Артабан конгресс-холл сәхнәһендә Баймаҡ ҡалаһында эшләп килгән “Саптар” өлгөлө бейеү студияһының һәм Баймаҡ районынан сыҡҡан билдәле сәхнә оҫталарының концерты башланды. Сара барышында республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов сығыш яһап:

- Бер йыл элек Баймаҡҡа барғанымда “Саптар” ансамбленең сығышын ҡарап, Өфөлә уларҙың концертын ойоштороу теләге барлыҡҡа килгәйне. Һәм бына бөгөн ошо ниәтебеҙ тормошҡа ашты, - тине. Ул шулай уҡ ошо бейеү студияһының етәксеһе Радик Бакировтың эшмәкәрлеген юғары баһаланы һәм Баймаҡта тапшырыласаҡ яңы стадион комплексынан ансамблгә өҫтәмә зал биреләсәк, тип белдерҙе. Әйткәндәй, бөгөн “Саптар” студияһында 250-нән ашыу бала шөғөлләнә.

Яҡташтар өсөн матур аралашыу, ялҡынлы бейеүҙәрҙән, күңелле йырҙарҙан торған концерт ҡарау мөмкинлеге бүләк иткән сараны республика Хөкүмәте, БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән район етәкселеге,  "Баймаҡ" яҡташтар ойошмаһы, Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы юғары кимәлдә ойоштороуға өлгәште.

Автор фотолары.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: