Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты. Унда һүҙ кисә “Торатау” конгресс-холында Баймаҡ районынан сыҡҡан яҡташтар осрашыуы, ошо сарала сығыш яһаған “Саптар” өлгөлө бейеү студияһы тураһында бара.
“Бынан бер йыл элек Баймаҡтан “Саптар” бейеү коллективы тураһында яҙғайным. Ул саҡта уларҙың бай репертуары, профессиналдарға хас хореография, үҙҙәре тарафынан тегелгән сағыу костюмдар һоҡландырғайны.
“Саптар”ҙа 300-ләп бала шөғөлләнә. Йөрөргә теләүселәр күберәк, әммә ансамбль барыһын да ҡабул итә алмай. Тап ошо колективта шөғөлләнһен өсөн күрше Сибай ҡалаһынан Баймаҡҡа балаһын йөрөткән кешелә бар. Быларҙың барыһын да “Саптар”ҙың талантлы етәксеһе Радик Бакиров ойошторған.
Тәьҫирләнеп, “саптарҙарҙы” Өфөгә концерт ҡуйырға саҡырҙым. Артабан пандемия дауам итте һәм беҙ уй-ниәтебеҙҙе кисә генә бойомға ашырып ҡуя алдыҡ.
Был сара баймаҡтар өсөн ысын байрамға әүерелде. Зал 700 кешене һыйҙыра һәм ул шығырым тулы ине. 200-ләп кеше, урындар булмау сәбәпле, инә алманы. Бушлай концерттарҙың шулай итеп үткәнен күргәнегеҙ булдымы?!
Баймаҡтар менән бындай байрамды һәм “саптарҙарҙың” сығышын йыл һайын үткәрергә килештек. Шатлығынан район башлығы Фәнис Әминев “Саптар”ға Баймаҡтағы ремнт яһалған стадионға – яңы бейеү залына күсергә тәҡдим итте.
Сара шул тиклем уңышлы үтте, бындай концерттарҙы теләге булған бөтә райондарға ла ойошторорға тәҡдим итеү уйы тыуҙы. Айырыуса Өфөнән алыҫ ятҡан райондарға.
Йә, әбйәлилдәр, хәйбуллалар, баймаҡтарҙан ҡалышмайһығыҙмы?” – тип яҙҙы Азат Шамил улы.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/a.badranov