Башҡорт донъяһы
27 Апрель 2022, 08:00

Ҡатындарҙың бөтә матурлығы, сибәрлеге әсә булыуҙа

Бөрйәндәр “Данлы әсәйҙәр” проекты сиктәрендә әсәйҙәрен данланы.

Ҡатындарҙың бөтә матурлығы, сибәрлеге әсә булыуҙаҠатындарҙың бөтә матурлығы, сибәрлеге әсә булыуҙа
Ҡатындарҙың бөтә матурлығы, сибәрлеге әсә булыуҙа

Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ойошторолоуҙың 35 йыллығы, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы һәм Бөрйән районында баш алған “Данлы әсәйҙәр” проекты сиктәрендә Яңы Монасип ауылында “Әсә – бөйөк исем!” исеме менән район ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм президиумы етәксеһе Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова етәкселегендә бик матур форум уҙғарылды.

Яңы Монасип ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары үҙенсәлекле проектты үҙ эсенә алған форумда ҡатнашыусыларҙы икмәк-тоҙ, милли ризыҡтар менән ихлас ҡаршы алды. Районыбыҙҙың һәр ауылынан ҡатын-ҡыҙҙар советтары лидерҙары, ағзалары Яңы Монасип ауылының етәкселәре, ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ әсәләре, инәйҙәре, өләсәйҙәре, килендәре, ҡыҙҙары был сараға бик теләп килгән. Шуныһы үҙенсәлекле ине: һәр ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советындағы ҡыҙҙарҙың үҙҙәренә генә хас формаһы, эмблемаһы бар. Уларҙы ҡайһы ауылдан икәнлеген шунда уҡ төҫмөрләп була ине.

Бөрйән районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиеваның ҡатнашыуы был сараға мәртәбә өҫтәне. Был инде район ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм президиумының эшмәкәрлеге район хакимиәте менән тығыҙ бәйләнештә булыуы, кәңәшләшеп эшләүҙәрен бик асыҡ күрһәтә.

Сараны алып барыусы Яңы Монасип ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләгән Зөһрә Рауил ҡыҙы Яҡупова, сараны асҡандан һуң, тәбрикләү өсөн һүҙҙе Венера Фәрит ҡыҙына бирҙе. Ул үҙ сығышында ғаилә ҡиммәттәре, әсәлекте һаҡлау, ата-әсәнең бала тәрбиәләүҙәге яуаплылығы, ҡатын-ҡыҙҙар һәм атайҙар советының, йәмәғәт башланғысындағы ойошмалар эшмәкәрлеге, экологик акциялар, мәҙәни һәм рухи мираҫ, районда старт алған “Данлы әсәйҙәр” проекты барышы, илдә барған мөһим хәлдәргә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе, форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, уларға бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, тормоштарында, эштәрендә уңыштар теләне һәм барыһына ла һәр йәһәттән әүҙем һәм сабыр булырға саҡырҙы.

Артабанғы һүҙ быйылғы йылда Рабиға Ҡушаева исемендәге “Милләт әсәһе” миҙалына лайыҡ булған, районыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙарын ойоштороп, берләштереп торған, ғаиләләрҙең, кешеләрҙең сетерекле яҙмышына битарафлыҡ күрһәтмәгән, үҙендә ваҡыт та, көс тә тапҡан, бик күп матур эштәргә, проекттарға нигеҙ һалған шәп етәксебеҙ Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатоваға бирелде. Уның сығышы социаль яҡтан ауыр хәлдәге ғаиләләр менән эш, йәш ғаиләләргә ҡарата иғтибар, йәш быуындың күңелендә рух ныҡлығы, мәҙәнилек сифаттары тәрбиәләү, хәйриә, ирекмәнлек акциялары буйынса һөйләп үтте, был тәңгәлдәге ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың матур эштәрен билдәләне, данлы әсәләрҙе, ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне һәм составына, үҙгәрештәр индерелеү айҡанлы, район ҡатын-ҡыҙҙар советы президиумы составы менән таныштырып үтте.

Яңы Монасипта үткән был сараға “Данлы әсәйҙәр” проекты нигеҙендә ағинәйҙәр тарафынан сағыу күргәҙмә - оҫтахана ҡуйылған ине. Бында бөйөк әсәләрҙең ҡул эштәре, фотоһүрәттәре һәм башҡа ижади эштәре урын алған ине. Һәр береһе матур күргәҙмә эргәһендә иҫтәлеккә фотоға төшә, ҡайһы береһе оҫталыҡ серҙәренә төшөнә, өйрәнә ине Монасип оҫталарынан.

Сығыштар бай йөкмәткеле концерт номерҙары менән аралаштырылып алып барылды. Төп сығыштарҙан һуң, ауылдың данлы биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән өлгөлө әсәләре сәхнә түренә күтәрелде. Бына улар: Ҡыуандыҡова Фәнүзә Әнүәр ҡыҙы, Тажитова Ләлә Ҡәйүм ҡыҙы, Көмөшбаева Шәмсикамал Мазһар ҡыҙы, Ишемғужина Зәкиә Мәжит ҡыҙы, Дәүләтбаева Зөбәйлә Мырҙабай ҡыҙы, Солтанбаева Резеда Рәхимйән ҡыҙы, Сәғитова Мәрйенбикә Мөхәммәт ҡыҙы, Сәғитова Айһылыу Әхәт ҡыҙы, Балапанова Таңһылыу Әхәт ҡыҙы, Ҡыуандыҡова Венера Ғәйнелғилем ҡыҙы, Көмөшбаева Фәнүзә Зөфәр ҡыҙы, Йәғәфәрова Вәсилә Рәхимйән ҡыҙы.

Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, уҡытыусы Яхина Ләйсән Факил ҡыҙы, уларға арнап эшләнгән презентациялар күрһәтеп, сәхнә түрендәге бөйөк әсәләрҙең биографиялары, ғаиләләре менән, йәмғиәттә башҡарған данлы эштәре, наградалары менән таныштырҙы. Һәр береһенә матур тормоштары, изге эштәре өсөн Яңы Монасип ауыл биләмәһенең һәм ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советының Рәхмәт хаттары тапшырылды,

Данлы әсәләрҙе, ҡунаҡтарҙы ҡотлап, ауылдың моңло тауышлы йырсылары Гөлназ Әхмәтшина, Роза һәм Венера Ҡыуандыҡовалар матур йырҙарын бүләк итте.

“Данлы әсәйҙәр” проектын яҡлау өлөшөндә Кейекбай ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Сәриә Айса ҡыҙы Ырыҫҡолова, Әтектән Татлыбаева Гүзәл Хәкимйән ҡыҙы, Байназар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы Яҡшыбаева презентациялар оҙатыуында үҙҙәренең ауылының йортоноң усағын һаҡлаусы, оло йөрәкле, быуындарҙы дауам иттереүсе данлы әсәләре хаҡында сығыш яһаны.

Йомғаҡлау һүҙе менән Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы сығыш яһаны, һәр саҡтағылай берҙәм, бергә булырға ҡушты, проектты аҙағынаса еткереп, “Данлы әсәйҙәр” проектын уңышлы тамамларға кәрәклеген әйтте, шулай уҡ ошоғаса был проектҡа ыңғай ҡушылып, бөгөнгө көндә бихисап эштәр башҡарған ҡатын-ҡыҙҙар советтарына ихласлыҡтары, тырышлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул алдағы сараның Әтек ауылында үтәсәген белдереп, күсмә штандартты Әтек ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Татлыбаева Гүзәл Хәкимйән ҡыҙына тантаналы рәүештә тапшырҙы.

Мәртәбәле сараға яңы монасиптар бер төптән егелеп, бергә әҙерләнгән. Айырыуса Яңы һәм Иҫке Монасип мәктәбе директорҙары Ләйлә Нурислам ҡыҙы Сәғитова һәм Данил Камил улы Ҡотлобаев, депутат Гүзәл Сәфәр ҡыҙы Йәғәфәрова, ауыл хакимиәте башлығы Хәбир Мәһәҙей улы Йомағолов, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Аллабирҙина Нурсилә Илшат ҡыҙы, Яхина Ләйсән Факил ҡыҙы, Ҡыуандыҡова Роза Рәил ҡыҙы, Йомағолова Зөлфиә Мөҙәрис ҡыҙы һәм Яҡупова Зөһрә Рауил ҡыҙы ҙур тырышлыҡ һалған.

Ихласлыҡ, берҙәмлек менән һуғарылған форум бик юғары кимәлдә үтте. Иң аҙағынан, күмәкләп фотоға тошкәндән һуң, милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәл артында сәй табыны ойошторолдо. Ҡатын-ҡыҙҙар яңы эштәргә дәртләнеп, күңелдәренә илһам алып таралдылар был шәп саранан.

Афариндар, монасиптар!!! Берҙәм йортта бәрәкәт бар шул.

Автор: Сәйҙә Сәйәхова.
Бөрйән районы, Яңы Монасип ауылы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас