

Бөгөн Стәрлебаш районында Юрматы ырыуы башҡорттарының Х йыйыны (съезы) үтте, тип хәбәр иткәйнек. Сара барышында шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ижади майҙан” проекты буйынса бер нисә майҙансығы ла эшләне, шул иҫәптән милли көрәш буйынса.
Стәрлебаш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, көрәшсе Илдар Моратов был йәһәттән фекерен белдерҙе.
– Көрәштең тәүмаҡсаты – балаларҙы спортҡа йәлеп итеү. Ғөмүмән алғанда, көрәш – ата-бабаларыбыҙҙан күсә килгән спорт төрө, тарихыбыҙ. Беҙ уның менән ғорурланырға, артабан үҫтерергә тейешбеҙ. Был спорт төрө физик әҙерлек өсөн дә, рухи үҫешкә лә бик файҙалы. Әлеге бәйгелә Стәрлебаш, Федоровка, Мәләүез, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары спортсылары ҡатнаша. Киләсәктә мәктәптәргә көрәште айырым дәрес итеп индерергә кәрәк тип уйлайым, – тине ул.
Ижади майҙансыҡтарҙың күбеһе йәш аудиторияға йүнәлтелгәйне. "Аҡбуҙат" балалар әҙәби-нәфис журналы кескәйҙәр менән эшләне, "Тамыр" телеканалы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сара әҙерләгәйне. Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр комитеты үткәргән майҙансыҡта йәш башҡорт эшҡыуарҙарына бизнес-проекттарға инвестициялар йәлеп итеү, йәш башҡорт ғалимдарына грант ярҙамы юллау ысулдары, үҙенсәлектәре хаҡында һүҙ барҙы.
Шулай уҡ башҡорт йәштәре йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре, блогерҙар һәм эшләүсе йәштәр заман мәҙәниәт мәсьәләләрен тикшерҙе. Шул иҫәптән телгә мөнәсәбәт, кадрҙар сәйәсәте, заманса субмәҙәниәт һәм башҡа темалар күтәрелде.
Ғөмүмән, "Ижади майҙан" алдынғылары эшҡыуарлыҡты ла башҡорт мәҙәниәтенең айырылмаҫ өлөшө тип һанай. Тап шуға ла "Йәштәр" майҙансығының бер өлөшө йәш эшҡыуарҙар өсөн бүленгәйне. Уның эшен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин алып барҙы. "ТЕХПРОЕКТ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр комиссияһы ағзаһы Замир Ғәлиуллин йәш милләттәштәрҙең үҙ бизнес-проектына инвестициялар йәлеп итеү саралары тураһында һөйләне:
– Бөгөн бында тәжрибәле шәхси эшҡыуарҙар, үҫергә, камиллашырға теләгән кешеләр йыйылды. Йәштәрҙе бизнестан ҡурҡмаҫҡа саҡырам. Ныҡышмал, маҡсатлы булырға, ҡаршылыҡтарға бирешмәҫкә, айыҡ аҡыл менән эш итергә кәңәш бирәм. Беренсе маҡсат – эшеңдең оҫтаһы булыу, үҙеңдә финанс һәм юридик белем кимәлен үҫтереү. Шулай уҡ аҡса менән ныҡ мауыҡмаҫҡа, уны тәүмаҡсатҡа әүерелдермәҫкә кәрәк, иң мөһиме – эште дөрөҫ, сифатлы, аныҡ башҡарырға кәрәк, – тине Замир Ғәлиуллин.
Грант ярҙамын юллау үҙенсәлектәре тураһында Стәрлебаш районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Илгиз Кәримов һөйләне, миҫалдар килтеҙе. Йәш ғалим, Мостай Кәрим фонды стипендиаты һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғаяз Бикбулатов туған тел проблемаһына яңыса ҡараш ташланы.
"Ижади майҙан"да "Аҡбуҙат" балалар әҙәби-нәфис журналы рәссамдары оҫталыҡ дәресе ойошторҙо, "Урал батыр" йәнһүрәтенең исем туйын үткәрҙе. Сарала ҡатнашҡан балалар араһында анкета уҙғарылды – улар яратып ҡараған йәнһүрәттәре тураһында анкета һорауҙарына яуап бирҙе.
Фотолар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.