Бөгөн Стәрлебаш районында Юрматы ырыуы башҡорттарының Х Йыйыны (съезы) үтә.
Йыйын делегаттары сара башланыр алдынан ырыу лидерҙарының береһе - Тәтегәс бейҙе хөрмәтләп иҫкә алды. Заманында ул Юрматы ырыуы исеменән өс юрматы араһы башлыҡтары менән Рәсәй менән килешеү төҙөгән.
Тәтегәс бейҙең ҡәбере Стәрлебаш районының Күндерәк ауылы янында урынлашҡан. Бөгөн, йыйын башланыр алдынан, данлыҡлы милләттәшебеҙҙең ҡәберендәге стелаға сәскәләр һалынды.
“Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары – беҙҙең өсөн юлдағы яҡты уттар һымаҡ: Тәтегәс бей кеүек шәхестәр йәшәйеш юлдарыбыҙҙы, рухиәтебеҙҙе яҡтыртып тора. Һис шикһеҙ, Тәтегәс бей Юрматы ырыуының рухын, булмышын сағылдыра: ҡасандыр ул үҙ халҡының ҡәҙерен, дәрәжәһен белеп, киләсәген хәстәрләп тарихи килешеүгә барған. Милләтенең бәҫен бер ваҡытта ла төшөрмәгән. Беҙҙең өсөн уның тормош юлы - өлгө", – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.
Юрматы ырыуы башҡорттарының Х Йыйыны (съезы) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылы сиктәрендә ойошторола.
Тарихи мәғлүмәттәрҙән мәғлүм буыуынса, юрматылар - башҡорттарҙың иң ҙур һәм боронғо ҡәбиләләренең береһе. Уға тәлтим, тәтегәс, ҡармыш, юрматы, нуғай-юрматы, мишәр-юрматы ырыуҙары ҡарай. Ҡәбиләнең тамғаһы – һәнәк, ҡошо – әтәлге, ағасы – өйәңке, ораны – Аҡтайлаҡ.
Юрматы этнонимына килгәндә, билдәле ғалим, этнограф Раил Кузеев юрматыларҙы төркиләшкән уғырҙар йәки боронғо мадъярҙар тип билдәләгән. Икенсе фараз буйынса юрматылар – боронғо төркиҙәр, улар заманында уғырҙар менән аралашыу, ҡатнашыу осорон кисергән. Өсөнсө фараз авторы – ғалим, тарихсы, философ Салауат Ғәлләмов, ул юрматыларҙы сарматтар тип билдәләй. Тимәк, юрматылар тарихы Геродот заманына уҡ барып тоташа.
Бөгөн юрматылар Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Мәләүез, Ауырғазы, Ғафури, Баҡалы райондарында, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында, Ырымбур өлкәһендә, Татарстанда, Венгрияла йәшәй.
Йыйын юрматыларҙың һәм, ғөмүмән, башҡорт халҡын борсоған уртаҡ мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү өсөн ойошторолған. Иғтибар үҙәгендә – милләт яҙмышы, мәҙәниәтте, телде һаҡлау һәм уны үҫтереү проблемалары.
Юрматы ырыуының беренсе йыйыны 1992 йылда Торатау итәгендә ойошторолған. Быйыл ул унынсы тапҡыр уҙғарыла. Байрамға юрматылар күпләп йәшәгән район һәм ҡалаларҙан, республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән 250 вәкил килгән.
Фотолар Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән.