Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
28 Апрель 2022, 15:00

Башҡорт һәм дәүләт телдәрен үҫтереүгә арналған проекттар көтәләр

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды 2022 йылға икенсе гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул итә башланы. 

Конкурс мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәләрендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен, шулай уҡ республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлеше буйынса уҙғарыла.  

Конкурста Башҡортостан Республикаһының коммерцияға ҡарамаған ойошмалары, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең коммерцияға ҡарамаған ойошмалары ҡатнаша ала. Уларҙың проекттары республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлауҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тоторға тейеш.

Конкурстың бюджеты 50 миллион һум тәшкил итә. Бер проектҡа гранттың максималь күләме 3 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш. Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 28 апрелдән 30 майҙың 17.00 сәғәтенә тиклем грантыглавы102.рф сайтында ҡабул ителә.

Шуға иғтибар итергә кәрәк: проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты 2022 йылдың 1 сентябренән башланып, 2023 йылдың 31 авгусынан да һуңға ҡалмайынса тамамланырға тейеш.

Конкурстарҙа ҡатнашырға теләүселәр талаптар, грант юллау шарттары һәм уны алыу тәртибе хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән грантыглавы102.рф сайтында “Документтар” бүлегендә таныша ала.

Белешмәләр өсөн телефон: 7 903 311 69 37; 7 967 453 92 72.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: