Мин рус офицеры, Силәбе өлкәһенән яҡташығыҙға өйләнгәнмен. Һуңғы, уның менән берлектә булған “ҡыҙыу нөктә”ләге хәлде һөйләмәксемен. Зөлхизә – хәрби табип. Мин һәр саҡ алғы һыҙыҡта, подразделение менән, ул ҡайҙалыр тылда, айҙар буйы күрешмәй инек.
...Шомло хәбәр килде: тыл колоннаһы засадаға эләккән. Ҡотҡарырға ашығабыҙ, ҡаршыға тыл автомашиналары осрай, әммә бында барыһы ла түгел, тиҙәр. Юл ситендә ҡыйралған һуңғыһын табабыҙ – кешеләре юҡ. Урманда 12 боевик мәйетенә осрайбыҙ, арыраҡ соҡорҙа һигеҙ яралы ята, улар уртаһында бысраҡта ҡанға батып, ҡулына граната тотҡан бәләкәй генә кәүҙәле кемдер ултыра. Яҡыныраҡ килһәм, минең ҡатыным. Бында нисек килеп сыҡҡан?..
Муйынымдан ҡосаҡлап алды, һөйләшә алмай илап ебәрҙе. Яраланғанмы, юҡмы икәнен һорайым, әйтә алмай, ишетмәй – контузия алған. Баҡтиһәң, ул яралылар менән китеп барған, машинаны шартлатҡастары, барыһын да соҡорға һөйрәп алып барған. Берәүҙә лә ҡорал юҡ, яралыларҙа тик гранаталар ғына булған. 19 граната ырғытып, 12 боевикты юҡ иткән.
Йыуындырып, яраларын эшкәрттем, сөнки бер кемде лә яҡын ебәрмәне. Көнө буйы һөйләшмәне, аҡылдан яҙған икән тип ҡурҡтым. Иртән генә тәүге һүҙҙәрен әйтте: "Мин теремен!" Икәүләп иланыҡ.
Батырлыҡ ордены алды. Башҡаса һуғышҡа бармаҫҡа күндерҙем. Бына шундай бәләкәс кенә башҡорт ҡатыным бар минең. Урамда күрһәгеҙ, ябыҡ, бәләкәй генә ҡатын шундай тәүәккәллеккә эйәлер тип уйламаҫһығыҙ ҙа.
Глеб Реутов.
©Группа БАШКОРТостан.
Фото: ©Группа БАШКОРТостан.