Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
3 Май 2022, 19:00

Бәләкәй Арыҫланғолда - "Еңеү аллеяһы"

Уларҙың уңғанлығына хайран ҡалмалы!

Бәләкәй Арыҫланғолда - "Еңеү аллеяһы"
Бәләкәй Арыҫланғолда - "Еңеү аллеяһы"

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында (халыҡ телендә - Вәзәм) аҙна һайын саралар үтеүенә ауыл халҡы ла, райондаштары ла өйрәнеп бөттө. Дәртле вәзәмдәр әле сәхнә тултырып район мәҙәниәт йортонда концерт ҡуйһа, күп тә үтмәй ауыл янында "Еңеү аллеяһы" эшләп, унда ағастар ултыртыу менән мәж килә. Уларҙың уңғанлығына хайран ҡалмалы!

Әбеш ауылы биләмәһе башлығы Таһир Юнысов белдереүенсә, "Еңеү аллеяһы" "Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсына ярашлы, "Атайсал" проекты буйынса барлыҡҡа килгән. Бар эш ауыл халҡының дөйөм тырышлығы менән башҡарылған. Ирҙәр урманға барып бағана һәм таҡта өсөн ағас сығарған, уны ауылдағы эшҡыуарҙар бысып биргән. Өмә менән аллея урыны кәртәләп алынған, ағас үҫентеләре ултыртылған. Изге эшкә ауылдың һәр ғаиләһе ҡушылған һәм бер көндә меңдән ашыу ҡарағай, утыҙҙан күберәк миләш ултыртылған.

Тиҙҙән был йәш үҫентеләр шаулап үҫер, һуғышта ҡатнашҡан ҡаһарман атай-олатайҙарының яҡты иҫтәлеге булып ауылдаштарына сәләм бирер. Батырҙар даны мәңгелек, улар хаҡындағы хәтер үлемһеҙ!

Фото: Бәләкәй Арыҫланғол ауылының "Бәйләнештә"ге төркөмө.

Бәләкәй Арыҫланғолда - "Еңеү аллеяһы"
Бәләкәй Арыҫланғолда - "Еңеү аллеяһы"
Бәләкәй Арыҫланғолда - "Еңеү аллеяһы"
Бәләкәй Арыҫланғолда - "Еңеү аллеяһы"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: