Баймаҡ районының Ярат ауылында йәшәгән Хәҙисә инәй Мырҙаҡаева менән Өфөлә үткән баймаҡтарҙың осрашыуында таныштыҡ. Быға тиклем дә был оҫтабикә инәй тураһында ишеткәнем бар ине, был юлы яҡындан танышып, аралашыу форсаты тейҙе.
Хәҙисә Лоҡман ҡыҙын Баймаҡ яҡтарында оҫта ашнаҡсы, милли ризыҡтар әҙерләү маһиры булараҡ беләләр. Баш ҡалала ойошторолған күргәҙмәгә ул ҡаҡланған ит ризыҡтары – ҡаҙ, ҡаҙы, йылҡы, һыйыр ите, бер нисә төрлө ҡорот (яңы эшләнгән, кипкән, ыҫланған) һәм башҡа милли ризыҡтар алып килгән ине. Ул беҙгә был ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты.
- Элек, әлеге ише туңдырғыстар булмаған ваҡытта, итте тоҙлап, ыҫлап, ҡаҡлап һаҡлағандар. Ҡаҡланған иттең үҙенә күрә бер тәме була, күптәр заказ биреп эшләтеп ала. Ҙур ғына киҫәк итте бер нисә урындан киҫкеләп, тоҙ һибеп, еләҫ урынға элеп ҡуяһың. Ҡаҙҙы бөтөн килеш эсен-тышын тоҙлап эләһең. Ҡояш нуры аҫтына ҡуйырға ярамай, майы ныҡ ағасаҡ. Ә ҡоротто ылашта киптерәләр. Ылашты ихаталағы тышҡы мейес янына, төтөнлөккә яҡын эшләргә тырышҡандар. Төтөнлө урын ризыҡты себен-маҙарҙан һаҡлау сараһы ла булған, - ти Хәҙисә инәй.
73 йәшлек Хәҙисә Лоҡман ҡыҙы әле лә районда үткән сараларҙың, һабантуйҙарҙың уртаһында ҡайнай.
Автор фотолары.