Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
11 Май 2022, 10:10

Мираҫы лайыҡлы урын алыр

Хәбибулла Ғәбитов музейы Әбделкәрим урта мәктәбендә 1996 йылдан эшләй. Сәйәси золом арҡаһында онотолоуға дусар ителгән мәшһүр яҡташыбыҙ – йәмәғәт һәм дәүләт  эшмәкәре, шағир, драматург, ғалим Хәбибулла Ғәбитовтың исемен халыҡҡа ҡайтарыу өсөн киң эҙләнеү эштәре йәйелдерҙек. Әҙиптең музейы Ғәбитовтарҙың Шәжәрә байрамы, Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе менән асылғайны. Ғалимдар Рөстәм Рәжәпов, Әмир Ҡотләхмәтов, Төркиә ҡунағы докторант Гөксән Өчтөрөк, шағирҙар Гөлфиә Юнысова, Әмир Моратовтың сығыштары сараның бәҫен арттырғайны. Әҙиптең музейы халҡыбыҙ өсөн рухи күтәрелеш емеше булды.

Х. Ғәбитовтың тормош юлын һәм ижадын даими өйрәнеүҙә, ауылдың рухи-әхлаҡи йөҙөн булдырыуҙа, йәш быуында илһө­йәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләүҙә музейҙың роле ҙур, әлбиттә. Район, республика кимә­лендә ойошторолған биләмәләге һәр сараны тап Х. Ғәбитов музейынан башлау традицияһы барлыҡҡа килде. “Йәш сәсән” тигән нәфис һүҙ оҫталары төркөмө, балалар баҡсаһында “Тәнәйҙәр” фольклор ансамбле шағирҙың әҫәрҙәрен сәхнәгә сығара. Ғәбитовтарҙың Шәжәрә байрамында, район һабантуйында, Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында үткән Түңгәүер ырыуы йыйынында ла сығыштарыбыҙҙы Х. Ғәбитовтың юбилейына арнаныҡ.

Әҙиптең тормош һәм ижад юлына байҡау яһағанда ваҡытлы матбуғатта донъя күргән, музей фондына ингән, ҡиммәтен юғалтмаған мәҡәләләрҙән файҙаланабыҙ: Сәйет Сәйфуллин һәм Рәүеф Насировтың “Ир ҡайғыһы илдә” (“Башҡортостан”, 1992 йыл, 22–27 май), Әмир Ҡотләхмәтовтың “Үҙ теленә ғашиҡ башҡорт” (“Башҡорт­остан”, 1996 йыл, 7 май), Илдус Бүләковтың “Халыҡ улы” (“Атайсал”, 1996 йыл, 28 май), Әмир Моратовтың “Халҡының улы, иленең ҡоло булды” (“Башҡортостан ҡыҙы” журналы, 1996, август) һәм башҡа яҙмалар ҡыйыу фекерҙәре, ваҡиғаларҙы һәм әҙиптең шәхесен заманыбыҙға ярашлы объектив баһалауы менән ҡәҙерле. Күптән түгел музей фонды Х. Ғәбитовтың шәхси кенәгәһенең күсермәһе менән тулыланды, уны беҙгә ебәргән тарихсы-ғалим Юнир Әйүп улы Минишевкә рәхмәтлебеҙ.

Әмир Мисбах улы Ҡотләхмәтовтың тынғыһыҙ эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһе – музейҙа 1918 йылда Ырымбурҙа Ш. Бабичтың “Йәш Башҡортостан” (“Зәңгәр йырҙар”) менән бер дәүерҙә нәшер ителгән Х. Ғәбитовтың “Башҡорт моңдары”, 1923 йылда сыҡҡан “Урал йырҙары”, “Тәнәйҙәргә йырҙарым” (1926) йыйынтыҡтары, “Әлифба”, 1924 – 1926 йылдарҙа баҫылған башҡорт теле дәрес­лектәре, “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” драмаһы (1924), Ғәбделәхәт Уйылданов менән берлектә 1130 мәҡәл һәм тапҡыр һүҙҙәр тупланған “Боронғоларҙың һүҙҙәре” йыйынтығының (1924) күсермәләре һаҡлана. Дәрестәрҙә иҫке төрки яҙмаһын һәм телен өйрәнеп, уҡыусылар был әҫәрҙәрҙе хәҙерге яҙмаға ауҙарҙы. Әмир Мисбах улы Ҡотләхмәтов филология фән­дәре буйынса диссертация яҡлағас та  эҙләнеү һәм тәржемә эшен дауам итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғалим йәш­ләй генә вафат булды, тырыш хеҙ­мәте менән яҡты эҙ ҡалдырҙы.

Үткән быуаттың 30-сы йылдарында ҙур уңыш менән барған, күләмле “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” тарихи драмаһын хәҙерге яҙмаға күсереү – мәктәп уҡыусыларының ҙур хеҙмәте тип иҫәпләйем, шулай уҡ музейҙа Әмир Ҡотләхмәтовтың да тәржемә ҡулъяҙмаһы һаҡлана. Әйткәндәй, үткән уҡыу йылында мәктәптең драма түңәрәге (етәксеһе – уҡытыусы В.А. Мостаева), тула баҫыу күренешен сәхнәләштереп, районда “Халыҡ йолаларын һаҡлаған өсөн” номинацияһында еңде. Халыҡсан юморға, тапҡыр һүҙҙәргә бай, йырлы-таҡмаҡлы был күренеш ағинәйҙәрҙең “Түңгәүер” фольклор ансамбле репертуарын да биҙәй.

Уҡытыусы булараҡ, башҡаса оло сәхнәләргә сығарылмаған “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” тарихи драмаһының тәрбиәүи әһәмиәтенә иғтибар йүнәлтмәксемен. Юлдыҡай кеүек батыр егеттәр һәм Ынйыҡай кеүек ҡыйыу ҡыҙҙар образы өҫтөндә эшләгәндә үҫмерҙәрҙең холоҡ-фиғелдәрендә ҡырҡа яҡшы яҡҡа үҙгәреш, холоҡтарында күркәм сифаттар асылыуы күҙәтелә. Аһәңле, күркәм шиғри телмәр, кинәйәле диалогтар, тойғолар сафлығы, романтик юғарылыҡ – драманың тәрбиәүи көсө шунда: уҡыусылар драманан өҙөктәрҙе яратып башҡара.

Бер миҫал: дәрестә “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” драмаһының художестволы үҙенсәлектәрен тикшер­гәндә, “Һеҙ күләгә миңә, байтирәк” тигән кинәйәгә иғтибар иттек, Байтирәк – төрки халыҡтарҙа мифологик тормош ағасы, ағас һынындағы ҡусҡар биҙәк тә шулай атала, биҙәк башҡорт янсыҡтарында ҡулланыла, әммә “байтирәк” һүҙе беҙҙең телмәрҙән юғалған. Әйтергә теләгән фекерем: “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” тарихи драмаһын тел, фольклор, этнографик юҫыҡтан да өйрәнеү зарур.

Х. Ғәбитов шиғриәтендә бөгөн дә көнүҙәк яңғыраған фекерҙәр, күркәм халыҡсан образ тыуҙырыу сарала­рының байтаҡ булыуын инҡар итеү мөмкин түгел. “Башҡорт теленә” шиғырында:

Мин йырламай инде, кем йырлаһын,

Бәхет сәғәттәрем һуҡҡанда,

Башҡорт донъяһына ҡояш булып,

Нурлы телем килеп сыҡҡанда, –

тип тәбрикләй туған телен.

Байтаҡ шиғырҙары бөгөн дә актуаль, сәхнәбеҙҙә йыш яңғырай:

Хәсидтәрҙең үткер ҡылысынан

Ҡырҡтырырға бирмәм телемде.

Күсеп китеп атам ҡыуышынан,

Яттарға бирмәм илемде.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарынан шағир мираҫына ғилми даирәлә һәм киң мәғлүмәт сараларында иғтибар артыуы һиҙелһә лә, ижады тейешле баһаһын алған, тип әйтеп булмай, сөнки ҡайтанан 1973 йылда баҫылған берҙән-бер китабы – “Тәнәйҙәргә йырҙарым”. Ҡарағанда ҡалаһында йәшәгән ҡыҙы Ләлә Ғәбитова атаһының исемен аҡлатыу һәм китабын сығарыу өсөн күп көс һала. Ул хатында (12.10.1984): “Ошо китаптан башҡаһын баҫтыра алмайҙар. Уның әҫәрҙәрен иҫкергән тип иҫәпләйҙәр”, – тип әсенә, әммә йыйынтыҡ бик тиҙ һатылып бөтә. Уны нәшриәткә әҙерләгән ғалим Суфиян Сафуанов аннотацияла: “Был йыйынтыҡ менән танышып сыҡҡан уҡыусы уның авторы Хәбибулла Ғәбитов кем икән тип уйлап ҡуйыуы бар... Әйтергә кәрәк, шағирҙың байтаҡ әҫәрҙәре үҙ заманында популяр булһа ла, бөгөнгө уҡыусы өсөн уларҙың әһәмиәте кесерәйеп ҡалған, ә ҡайһы бер шиғырҙары шул саҡта уҡ яңылыш ҡараштарҙы эсенә алған өсөн тәнҡит ителгәйне”, – тип яҙып сыға. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”ның өсөнсө томында ла, Суфиян Сафуановтың “Башҡорт балалар әҙәбиәтенең үҫеш проблемалары” монографияһында ла Х. Ғәбитовты балалар яҙыусыһы итеп танымау – үкенесле күренеш. Әммә 1973 йылда “Тәнәйҙәргә йырҙарым” йыйынтығының донъя күреүе – Суфиян Сафуановтың фиҙакәр хеҙмәте, тип баһаланырға хаҡлы. Балалар был шиғырҙарҙы кинәнеп ятлай.

Орошҡанға әсәйем

Бик күңелһеҙ бесәйем;

Йөндәре лә өлпәйгән,

Ҡолаҡтары ҡарпайған.

Элгәргеләй уйнамай,

Тышта йөрөп өшөгән.

Иптәшлекте уйламай,

Мыйыҡтарын төшөргән.

Бесәйемә һөт бирҙем,

Арҡа йөнөн һыпырҙым.

Эй, мырылдай башланы,

Ҡайғырыуын ташланы.

“Таштимер”, “Һүрәт яһаусы бала”, “Мәктәп”, “Баҡсағыҙ”, “Барыһы ла эштә”, “Өй эсе”, йыл миҙгелдәренә, тәбиғәткә арналған шиғырҙары бала күңеленә яҡын күренеш, ваҡиғаларҙы иҫтә ҡалырлыҡ образдар аша һүрәтләп бирә. Шаян малай Таштимер, йәш рәссам Өлфәт, ихлас Батыр менән Ебәк, егәрле Әбтекәй менән Султай, аңра көсөк, тиктормаҫ бесәй балаларҙың яҡын дуҫына әйләнә, әҫәрҙәр сәхнәләштереү өсөн дә ҡулай. Шағирҙың мәҙрәсәләрҙә уҡығанда, йәй ҡаҙаҡ балаларына, Верхотур өйәҙендә, Иркутск ҡалаһында мосолман балаларына һабаҡ биреүе донъяны уларса күрә һәм күрһәтә белеүенә, теленең йәнле һәм еңел аңлайышлы булыуына, ҡыҙыҡлы, сағыу образдар ижад итеүгә әйҙәгән. Х. Ғәбитов ижадын өйрәнгән билдәле ғалим Илдус Бүләков: “Автор ундағы шиғырҙарының күбеһен башҡорт халыҡ өлгөләренә таянып яҙған, балалар зиһененә кешелеккә хас мәңгелек төшөнсәләрҙе еткерергә тырышҡан. Ватансылыҡ, изгелек, яҡшылыҡ һәм үҙ-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ, тәбиғәткә, илгә, халыҡҡа һөйөү тойғоларын тәрбиәләргә ынтылған”, – тип хаҡлы баһа бирә.

Музейыбыҙ уҡыусыларҙың фәнни-ғәмәли эшмәкәрлеген ойоштора: төрлө йылдарҙа Х. Ғәбитов ижады буйынса Ғәзизйән Байсыуаҡов, Рәсимә Әбдрәхимова, Алмас Солтанғоловтың, Гөлнәзирә Булатованың рефераттары фәнни-ғәмәли конференция­ларҙа призлы урындар яуланы. Рәсимә Әбдрәхимованың “Башҡорт теленең рыцары” пьесаһы буйынса спектакль менән мәктәп драма түңәрәктәре араһында еңеүсе булғайныҡ.

БДУ-ның Сибай институты уҡытыусыларын һәм студенттарын да музей мәғлүмәттәре ҡыҙыҡһын­дыра. Тарих факультетын тамамлаған Зөмәрә Йәнбулатова диплом эшен мәктәп музейы буйынса яҡланы. Әмир Ҡотләхмәтовтың Хәйбулла Ғәбитов ижадына арналған диплом эше фәнгә юл асты.

Үткән быуаттың аҙағында төбәкте өйрә­неүсе уҡытыусы, әҙиптең туғаны Ирек Әбдел­хәй улы Хөсәйенов тәҡдименән башланған музей яңыра, тулылана, тарих уҡытыусыһы Фирғәт Сәхиулла улы Ғәбитов шәжәрәне яңыртып тороуҙы үҙ өҫтөнә алған, мәғлү­мәттәребеҙ менән ихлас уртаҡлашабыҙ, ҡунаҡтарға ишегебеҙ һәр ваҡыт асыҡ.

Беҙ әҙиптең мираҫы башҡорт әҙә­биәте һәм ғилеме тарихында лайыҡ­лы урынын алыр, даими Ғәбитов уҡыу­ҙары үткәрелер, китабы баҫы­лыр, әҫәрҙәренең үҙ уҡыусылары, өйрәнеүселәре табылыр, тип ыша­набыҙ. Музей фондынан “Тәнәйҙәргә йырҙарым” йыйынтығының һәм 1918 йылда Ырымбурҙа нәшер ителгән “Башҡорт моңдары” китабының күсермәләрен, беҙ эшләгән тәржемәһен Сибай институтының филология кафедраһына тапшырабыҙ.

 

Ә. БАЙСЫУАҠОВА,

Әбделкәрим урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Хәбибулла Ғәбитов музейы етәксеһе.

 

Баймаҡ районы.

Читайте нас: