“Башҡортостан” республика гәзите хәбәрселәре йыш ҡына республикабыҙҙың район һәм ҡала райондарына командировкаға сыға. Унда район халҡы менән осрашып, төрлө саралар ойоштора, уңғандар тураһында һүрәтләмәләр әҙерләй.
Был юлы иһә баш мөхәррирҙең беренсе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, баҫманың реклама һәм матбуғатты таратыу бүлеге мөдире Гөлсимә Сәлихова һәм хәбәрсе Илдар Аҡъюлов Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов менән осрашып һөйләште.
Арыҫлан Нәзир улы һөйләүенсә, райондың үҫешенә тос өлөш индергән агросәнәғәт комплексы тармағы үҫеш кисерә, яҙғы сәсеү кампанияһы ойошҡан бара, шулай уҡ мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм башҡа йүнәлештәрҙә лә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр бар. Иртәгә иһә Ауырғазы районының Мораҙым ауылында “Меркет мәргәне” республика байрамы үтәсәк.
Фото: Илдар Аҡъюлов.