Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
17 Май 2022, 17:26

Юрматылар ҡор тупланы

Стәрлебаш районында Юрматы ырыуы башҡорттарының Х йыйыны (съезы) үтте. Йыйын делегаттары сара алдынан ырыу етәкселәренең береһе – Тәтегәс бейҙе хөрмәтләп иҫкә алды. Заманында ул һәм Юрматы ырыуы исеменән өс юрматы араһы башлығы Рәсәй менән килешеү төҙөгән.

Тәтегәс бейҙең ҡәбере Стәрлебаш районының Күндерәк ауылы янында урынлашҡан. Йыйын алдынан дан­лыҡ­лы милләттәшебеҙҙең ҡәберен­дәге стелаға сәскәләр һалынды.

“Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары – беҙҙең өсөн юлдағы яҡты уттар һымаҡ: Тәтегәс бей кеүек шәхестәр йәшәйеш юлдарыбыҙҙы, рухиәте­беҙҙе яҡтыртып тора. Һис шикһеҙ, Тәтегәс бей Юрматы ырыуының рухын, булмышын сағылдыра: ҡасандыр ул, үҙ халҡының ҡәҙерен, дә­рәжәһен белеп, киләсәген хәстәрләп, тарихи килешеүгә барған. Милләтенең бәҫен бер ваҡытта ла төшөрмәгән. Беҙҙең өсөн уның тормош юлы – өлгө”, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

Юрматы ырыуы башҡорттарының Х йыйыны (съезы) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы ойошторолдо.

Тарихи мәғлүмәттәрҙән мәғлүм булыуынса, юрматылар – башҡорт­тарҙың иң ҙур һәм боронғо ҡәбилә­ләренең береһе. Уға Тәлтим, Тәтегәс, Ҡармыш, Юрматы, Нуғай-Юрматы, Мишәр-Юрматы ырыу­ҙары ҡарай. Ҡәбиләнең тамғаһы – һәнәк, ҡошо – әтәлге, ағасы – өйәңке, ораны – Аҡтайлаҡ.

Юрматы этнонимына килгәндә, билдә­ле ғалим, этнограф Раил Кузеев юрматы­ларҙы төркиләшкән уғырҙар йәки боронғо мадъярҙар тип билдәләгән. Икенсе фараз буйынса, юрматылар – боронғо төркиҙәр, улар заманында уғырҙар менән аралашыу, ҡатнашыу осорон кисергән. Өсөнсө фараз авторы – ғалим, тарихсы, философ Салауат Ғәлләмов, ул юрматыларҙы сарматтар тип билдәләй. Тимәк, юрматылар тарихы Геродот заманына уҡ барып тоташа.

Бөгөн юрматылар Ишембай, Стәрле­баш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Мәләүез, Ауырғазы, Ғафури, Баҡалы райондарында, Ишембай, Стәрле­тамаҡ, Салауат, Мә­ләүез ҡала­ларында, Ырымбур өлкәһендә, Татарстанда, Венгрияла йәшәй.

Йыйын юрматыларҙың һәм, ғөмүмән, башҡорт халҡын борсоған уртаҡ мәсьә­ләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү өсөн ойош­торолған. Иғтибар үҙәгендә – милләт яҙмышы, мәҙәниәтте, телде һаҡлау һәм уны үҫтереү проблемалары.

Юрматы ырыуының беренсе йыйыны 1992 йылда Торатау итәгендә үткән. Быйыл ул унынсы тапҡыр уҙғарыла. Байрамға юрматылар күпләп йәшәгән район һәм ҡала­ларҙан, республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән 250 вәкил килгәйне.

Сара барышында шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ижади май­ҙан” проекты буйынса бер нисә майҙан­сығы ла эшләне, шул иҫәптән – милли көрәш буйынса.

Стәрлебаш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, көрәшсе Илдар Моратов түбәндәге фекерен белдерҙе:

– Көрәштең тәүмаҡсаты – балаларҙы спортҡа йәлеп итеү. Ғөмүмән алғанда, кө­рәш – ул ата-бабаларыбыҙҙан күсә килгән спорт төрө, тарихыбыҙ. Беҙ уның менән ғорурланырға һәм милли көрәште артабан үҫтерергә тейешбеҙ. Был спорт төрө физик әҙерлекте үҫтерә һәм рухи үҫешкә лә бик файҙалы. Әлеге бәйгелә Стәрлебаш, Федоровка, Мәләүез, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары спортсылары ҡатнаша. Киләсәктә мәктәптәрҙә лә көрәште айырым дәрес итеп индерергә кәрәк, тип уйлайым, – тине Илдар Моратов.

Ижади майҙансыҡтарҙың күбеһе йәш аудиторияға йүнәлтелгәйне. “Аҡбуҙат” балалар әҙәби-нәфис журналы кескәй балалар менән эшләне, “Тамыр” телеканалы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сара әҙерләгәйне. Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йының Йәштәр комитеты үткәргән майҙансыҡта йәш башҡорт эшҡыуар­ҙарына бизнес-проекттарға инвестициялар йәлеп итеү, йәш башҡорт ғалимдарына грант юллау ысулдарын, үҙенсәлектәрен бәйән иттеләр.

Шулай уҡ башҡорт йәштәре йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре, блогерҙар һәм эшләүсе йәштәр заман мәҙәниәт мәсьә­ләләрен тикшерҙе. Туған телгә мөнәсәбәт, кадр­ҙар сәйәсәте, заманса субмәҙәниәт һәм башҡа темалар ҙа күтәрелде.

Ғөмүмән, “Ижади майҙан” алдынғы­ла­ры эшҡыуарлыҡты ла башҡорт мәҙәни­әтенең айырылмаҫ өлөшө тип һанай. Тап шуға ла “Йәштәр” майҙансығының бер өлөшө йәш эшҡыуарҙар өсөн бүленгәйне.

Был майҙансыҡтың эшен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин  алып барҙы.

“ТЕХПРОЕКТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр комиссияһы ағзаһы Замир Ғәлиуллин йәш милләттәштәрҙең үҙ бизнес-проектына инвестициялар йәлеп итеү саралары тураһында һөйләне:

– Бөгөн бында тәжрибәле шәхси эшҡы­уарҙар, үҫергә, камиллашырға теләгән кешеләр йыйылды. Йәштәрҙе бизнестан ҡурҡмаҫҡа саҡырыр инем. Ныҡышмал һәм маҡсатлы булырға, ҡаршылыҡтарға бирешмәҫкә, айыҡ аҡыл менән эш итергә кәңәш биргем килә. Беренсе маҡсат – эшеңдең оҫтаһы булыу, үҙеңдә финанс һәм юридик белем кимәлен үҫтереү. Шулай уҡ аҡса менән ныҡ мауыҡмаҫҡа, уны тәүмаҡсатҡа әүерелдермәҫкә кәрәк, иң мөһиме – эште дөрөҫ, сифатлы һәм аныҡ башҡарырға кәрәк, – ти Замир Ғәлиуллин.

Грант ярҙамын юллау үҙенсәлек­тәре тураһында Стәрлебаш районы башҡорт­тары ҡоролтайы ағзаһы Илгиз Кәримов һөйләне, миҫалдар килтерҙе. Йәш ғалим, Мостай Кәрим фонды стипендиаты һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғаяз Бикбулатов туған тел проблемаһына яңыса ҡараш ташланы.

“Ижади майҙан”да “Аҡбуҙат” балалар әҙәби-нәфис журналы ла ҡатнашты. Унда журнал рәссамдары оҫталыҡ дәресе ойошторҙо, “Урал батыр” йәнһүрәтенең исем туйын үткәрҙе. Сарала ҡатнашҡан балалар араһында анкета ойошторолдо – балалар яратып ҡараған йәнһүрәттәре тураһында анкета һорауҙарына яуап бирҙе.

Юрматы йыйынында ырыуҙың гербын һәм гимнын ҡабул иттеләр. Шулай уҡ делегаттар съезды һәр өс йыл һайын үткәрергә, ҡорбашын һайларға килеште.

 

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас: