Бөгөн Йәрмәкәй районында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс)” халыҡ-ара ижтимағи берләшмәләр союзы “Ижади майҙан” тип исемләнгән күсмә комплекслы сара уҙғара. Был циклдың өсөнсө сараһы булып тора һәм унда Башҡортостандың һигеҙ көнбайыш районынан, шулай уҡ Туймазы, Октябрьский ҡалаларынан ике йөҙҙән артыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡатнаша.
Семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре берләшмәһенә юғарыраҡ мөмкинлектәрҙе тәҡдим итеү, урындағы таланттарҙы табыу һәм үҫтереү, республика халҡының ҙур даирәһенә мәҙәни, рухи мираҫ хазинаһына ҡағылыу маҡсаты менән үтә.
«Башҡорт мәҙәниәтенең күп яҡлылығы иллеләп башҡорт ырыуының күп төрлөлөгөнә нигеҙләнә. “Ижади майҙан” проекты тап ошо рухи тәрәнлектең ҡеүәтен асыуға йүнәлтелгән. Беҙ бында оҫталыҡ дәрестәрен үткәрергә генә килмәнек, ә район менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу ҙа – төп маҡсат, – тип белдерҙе Бөтә донъя ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов. – Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кино, рәсем сәнғәте, театр һәм башҡа йүнәлештәрҙең заманса ағымдары менән таныша һәм, шуның менән берлектә, республика, федераль дәрәжәгә сығыу мөмкинлеген дә ала».
"Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫының ҡиммәттәрен маҡсатлы аудиторияға нисек еткерергә?» — был мәсьәлә йылдың тематик саралары планын төҙөгән ваҡытта башҡорт йәмәғәтселегенең төп бурысы булды. Ун төп йүнәлеш билдәләнде, уларҙың һәр береһе башҡорт халҡының бай этнокультураһының айырым билдәләнеше булып тора.
"Башҡорттарҙың быуаттар дауамында тупланған мәҙәни мираҫы музей экспонаты түгел, ә мәҙәниәт, мәғариф, фән һәм башҡа өлкәләрҙә яңы ҡаҙаныштар яулап, заманса үрҙәренә өлгәшеү фарыз. Семинар район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә йүнәлтелгән — тап улар башҡорт мәҙәниәтен халыҡҡа еткереүсе булып тора. Тап улар рәсем түңәрәктәре, театр студиялары ойоштора, тематик саралар үткәрә һәм башҡалар. Башҡорт мәҙәниәте йылы рухи яңырыу процесының башы буласаҡ. Уның маҡсаттарына өлгәшеү өсөн тап район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре кеүек, үҙҙәрен аямаған, ысын күңелдән эшләгән ойоштороусылар кәрәк — был семинар улар өсөн», - тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.