Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
20 Май 2022, 22:45

Оҫталыҡ дәресе "Урал батыр" эпосы образдарына нигеҙләнде

"Ижади майҙан"да - "Урал батыр мәктәбе" исем туйы һәм "Һынлы сәнғәт" майҙансығы.

Оҫталыҡ дәресе "Урал батыр" эпосы образдарына нигеҙләнде
Оҫталыҡ дәресе "Урал батыр" эпосы образдарына нигеҙләнде

Бөгөн Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы Йәрмәкәй районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Ижади майҙан” тип исемләнгән күсмә комплекслы сара уҙғара, тип хәбәр иткәйнек.

"Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге исеменән "Урал батыр мәктәбе" презентацияһы менән БДУ профессоры Гүзәл Вилданова һәм Мәрүә Ғилметдинова сығыш яһаны.
Философия фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Атай-әсәйҙәр комиссияһы ағзаһы Гүзәл Вилданова түбәндәге фекерен белдерҙе:

— 2022 йыл илебеҙҙә Мәҙәни-рухи мираҫ һәм милли традицияларҙы һаҡлау йылы итеп иғлан ителде. Ошо айҡанлы "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү, илһөйәрлек тойғоһон нығытыуға бағышланған төрлө сараларҙы тормошҡа ашыра.
Бөгөн Йәрмәкәй районы үҙәгендә ҙур мәҙәни сара уҙҙы. "Урал-батыр мәктәбе" проектының исем туйы ла ойошторолдо. Ул 2020 йылда Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булғайны.

Семинарҙа яҡын-тирәләге төбәктәрҙән саҡырылған башҡорт теле уҡытыусылары, ҡоролтай етәкселәре, тәрбиәселәр, атай-әсәйҙәр ҡатнашты. Сара аҙағында фекер алыштылар, киләсәккә пландар ҡорҙолар. Бындай саралар йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү өсөн айырыуса мөһим.

"Урал батыр" эпосы буйынса тәрбиә эше алып барыу башланғысы 1992 йылда "Тормош һабаҡтары" дәресенә индерелгәйне. Ә 2019 йылда билдәле милләттәшебеҙ, педагог, дәреслектәр авторы, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева "Урал батыр мәктәбе"н ойошторорға тәҡдим итте. Уның концепцияһы йәш быуынды тәрбиәләү эшен эпос нигеҙендә алып барыуҙы күҙ уңында тота.

Урындағы йәш рәссамдар һәм дизайнерҙар иһә "Һынлы сәнғәт" майҙансығында йыйылды. Уларға оҫталыҡ дәресен Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Йәлил Сөләймәнов үткәрҙе. Йәлил Әхмәт улы әңгәмәне Башҡортостан һынлы сәнғәтенең тарихынан башланы. Беҙҙең рәсем оҫталары – Рәсәй һынлы сәнғәт академияһы ағзаһы Әхмәт Лотфуллин, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Эрнст Сәйетов, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Камил Ғөбәйҙуллин ил һәм донъя һынлы сәнғәтенә лә өлөш индергән. Был өлкәлә Хәтип Фазылов, Әмир Мәжитов та оло дан яулаған. Әлбиттә, Йәрмәкәйҙә тыуып үҫкән билдәле рәссам Рәсим Насибуллин тураһында айырым әйтеп үтелде. "Артыш" ижади берләшмәһе ағзаһы булараҡ, ул рәсемдәрендә гел башҡорт халыҡ мотивтарын файҙаланған, илһамды шунан алған. Оҫталыҡ дәресенең ғәмәли өлөшө башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ҙың образдарына нигеҙләнде. Бында Йәлил Әхмәт улы ҡәләм менән төшөрөүгә иғтибар бирҙе.

"Графиканы "рәсемдең нигеҙе" тип атарға  була, сөнки ҡәләм менән төшөрөү буласаҡ рәсемдәрҙең композицияһын билдәләргә мөмкинлек бирә, башҡарыласаҡ эштәрҙең ҡайһы йүнәлештә барасағын билдәләй", — тине Йәлил Сөләймәнов.

Ул оҫталыҡ дәресенең аҙағында Йәрмәкәй сәнғәт мәктәбенә һынлы сәнғәт буйынса китаптар, каталогтар бүләк итте.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Оҫталыҡ дәресе "Урал батыр" эпосы образдарына нигеҙләнде
Оҫталыҡ дәресе "Урал батыр" эпосы образдарына нигеҙләнде
Оҫталыҡ дәресе "Урал батыр" эпосы образдарына нигеҙләнде
Оҫталыҡ дәресе "Урал батыр" эпосы образдарына нигеҙләнде
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: