Бөгөн Йәрмәкәй районында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған “Ижади майҙан” үтә, тип хәбәр иткәйнек.
Йәрмәкәй районы Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә, Бөгөлмә - Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда ойошторолған. Район үҙәге — Йәрмәкәй ауылы Өфөнән 235 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Был районда дүрт Советтар Союзы Геройы тыуып үҫкән. Шулай уҡ йәрмәкәйҙәр хаҡлы рәүештә Рәсәй еңел атлет-йүгереүсеһе, донъя һәм Европа чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Рәтамаҡ ауылы ҡыҙы Нурзиә Баһманова, ғалим-табип, нейрохирург, медицина фәндәре докторы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан медицина хеҙмәте подполковнигы, Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, Иҫке Турай ауылы ҡыҙы Ғәрифә Буранғолова, ғалим-тау инженеры, техник фәндәр докторы, Рәтамаҡта тыуып үҫкән Флорит Ғарифуллин, ғалим-музыка белгесе, композитор, Исламбаҡты ауылынан Наил Ғөбәйҙуллин, билдәле яҙыусы, драматург, Йәрмәкәй ауылы ҡыҙы Мөкәрәмә Садиҡова һәм башҡа билдәле яҡташтары менән лайыҡлы ғорурлана. Әйткәндәй, Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн “Ижади майҙан” эшендә ҡатнашты. Улар ижадташы, яҙыусы, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина менән “Әҙәбиәт” майҙансығында сығыш яһаны, район, ҡала гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре, мәғариф учреждениеларындағы әҙәби түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәр, китапханасылар менән аралашты.
Һис шикһеҙ, бында уңған, булдыҡлы, тырыш халыҡ йәшәй. Рухиәткә лә иғтибар ҙур: йәрмәкәйҙәр бөгөн ойошторолған һәммә оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнашты. “Ижади майҙан”да сығыш яһап, Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов:
– Йәрмәкәй ере илебеҙгә бик күп атаҡлы, талантлы, үҙ ерен, халҡын һөйгән шәхестәрҙе үҫтергән. Ағымдағы йыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан ителде. Мәҙәни, рухи мираҫ кеүек ҡиммәттәр беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан күскән төп байлыҡтарҙың береһе булып тора. Улар үҙендә тотош халыҡтың тарихын, йолаларын, заман һулышын һаҡлай. Шуға күрә лә киләсәктә башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын, ата-бабалар аманатын һаҡлап, үҫеп килгән быуындың күңеленә милли рух орлоҡтары һалып тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.