Былтыр Йылайыр районының түңгәүерҙәрҙең боронғо ауылы Ҡашҡарҙа "Минең ауылым тарихы" тигән халыҡ байрамы һәм ырыуҙаштар йыйыны үтте. Ошо сарала йыл һайын түңгәүерҙәрҙең йыйынын үткәреү тәҡдиме ҡабул ителде һәм уны быйыл Әбйәлил районына тапшырылды. Бөгөнгө көндә түңгәүер башҡорттары Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Хәйбулла райондарында йәшәй. Түңгәүер ырыуы башҡорт халҡының боронғо өлөшөнөң береһе булып тора. Зәки Вәлидинең яҙмаларында “Түңгәүер, үҫәргән һәм бөрйән (автор - бында һүҙ ырыуҙар хаҡында бара) – башҡорттоң өс сәсәгелер, ҡалғандары уның янында гөлдәрҙер” тигән һүҙҙәр осрай. Тимәк, башҡорттарҙың данлы Түңгәүер ырыуы элек-электән иң боронғо һәм төп ырыуҙарҙың береһе һаналған.
Түңгәүер ырыуының ҡор башы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Әбйәлил районында Түңгәүерҙәрҙең 4-се Йыйынын үткәреү көнө 25, 26 июнь көндәренә күсерелеүе хаҡынды хәбәр итә.
"25 июнь көнө, Асҡарҙың мәҙәниәт йортонда ырыуҙаштарыбыҙ йәшәгән һәр райондан һайланған делегаттар ҡатнашлығында съезд үтәсәк. Ғалимдар: "Түңгәүер ырыуы башҡорттарының үткәне һәм киләсәге" тигән темаға сығыштар яһаясаҡ. Шулай уҡ һәр райондан килгән ҡорҙаштарыбыҙ- делегаттар үҙ төбәктәрендәге ырыу хәрәкәте хаҡында мәғлүмәт менән сығыш яһай. Көн аҙағында Йыйындың резолюция проектын ҡабул итәсәкбеҙ.
Ә 26 июнь көнө башҡорт милли уйындары буйынса "Бәйге" чемпионаты уҙасаҡ. Һүҙ арҡан тартыу, башҡорт триатлоны, йөк өҫтөрәү, уҡтан атыу, таяҡ тартыу, бүрәнәлә тамға ырып яһау һәм башҡа бәйгеләр хаҡында бара.
Һәр район түңгәүерҙәре үҙҙәренең спортсыларын алып киләсәк. Шулай уҡ төрлө уйындар, милли көрәш һәм башҡа ярыштар уҙасаҡ.
Әлеге мәлдә Әбйәлилдә Ойоштороу комитеты әҙерлек эштәрен әүҙем алып бара. Сараның программаһы хаҡында мәғлүмәтте һуңғараҡ бирербеҙ. Әле "Урман түңгәүерҙәре" йыйынтығын туплап китап итеп сығарыу өҫтөндә эште ғалимдар Фуат Сөләймәнов һәм Азат Ярмуллин атҡара.
Әлегә шуны әйтә алабыҙ: Йыйынға мотлаҡ милли кейемдәр кейеп килергә. Һәр район делегаттары бер иш милли кейемдәрҙә килергә, үҙ
төбәктәренә хас кейемдәрҙә булырға тейештәр," - тип яҙған ҡор башы.
Фото: Хөрмәтулла Үтәшевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.