Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
24 Май 2022, 15:30

Һылыуҡайҙарҙың йөрәген елкендерер әле...

Асҡын районының Солтанбәк ауылында йәшәгән Ләйсән һәм Данис Суфияновтар ғаиләһен күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Асыҡланыуынса, уларҙың улы Динислам... 

Һылыуҡайҙарҙың йөрәген елкендерер әле...
Һылыуҡайҙарҙың йөрәген елкендерер әле...

Асҡын районының Солтанбәк ауылында йәшәгән Ләйсән һәм Данис Суфияновтар ғаиләһен күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Улар алты бала тәрбиәләй, гөрләтеп донъя көтә, эшләргә һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға өлгөрә. Унан тыш, Суфияновтар дәрт-дарманлы, ижади йәһәттән дә бик һәләтле ғаилә. Мәҫәлән, ҡышын улар "Ныҡ бул! Бирешмә!" тип аталған социаль ролик төшөрөп, күптәрҙе хайран ҡалдырғайны.

Әле иһә Суфияновтарҙың улы Динислам яратҡан дөлдөлөнә... йыр бағышлаған. “Атым бар – йүгәнем юҡ, дәртем бар – һөйгәнем юҡ...” тип йырлай баҫҡан ерендә ут сәсрәтеүсе үҫмер. Һис шикһеҙ, бындай булдыҡлы батыр әллә күпме һылыуҡайҙарҙың йөрәген елкендерер әле, саҡ ҡына үҫеп алһын...


Суфияновтар кеүек күп бала үҫтергән, сәләмәт тормош алып барған, көслө рухлы, илһөйәр, телһөйәр, иманлы ғаиләләр – ауылдың төп терәк-таяныстары ул. Уларға артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Суфияновтарҙың шәхси архивынан. 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: