Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Май 2022, 13:00

Ҡараһыу аша - башҡорт иленә!

Өлгә алығыҙ: әүҙем милләттәштәребеҙ, уңған егеттәр Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Сыбаркүл райондары сигендә...

Ҡараһыу аша  - башҡорт иленә!
Ҡараһыу аша - башҡорт иленә!

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Силәбе өлкәһенең  Арғаяш районы биләмәһендә 41 мең самаһы кеше йәшәй һәм шуның 64 проценты  - башҡорттар.

Милләттәшебеҙ Назим Низаметдинов та  –  бәрәкәтле  Арғаяш районында, табын башҡорттары йәшәгән Илембәт ауылында тыуып үҫкән. Һөнәре буйынса электрик булһа ла, ул ижади булмышлы, рухлы шәхестәрҙән. Мәҫәлән, төп эшенән тыш, Силәбе ҡалаһының 6-сы мәктәбендә уҡыта, башҡорт кластары уҡыусыларын ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә. Ул беҙгә бик матур яңылыҡ еткерҙе.

Әйтеүенсә, Арғаяш яҡтарында милләттәштәребеҙҙең рухлы-маҡсатлы ир-егеттәрҙе берләштергән йәмәғәт ойошмалары ла  әүҙем эшләй. Улар йыл һайын һабантуйҙар, йыйындар уҙғара, төрлө әһәмиәтле эштәр менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, былтыр Арғаяш районына ингән урында башҡорт телендә стела ҡуйғандар, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә ҡуйылған һәйкәл эргәһен тәртипкә килтергәндәр. Яңыраҡ иһә башҡорт егеттәре  Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Сыбаркүл райондары сигендә стела ҡуйған.

“Был стела Сыбаркүл яғынан килгәндә, Ҡараһыу йылғаһы аша һалынған күпер эргәһендә урынлаштырылды.  Йылға Сыбаркүл районының Үрге Ҡараһыу һәм Арғаяш районының Крутолапова тигән ауылдарын тоташтырып тора. Башланғысты тормошҡа ашырыуға Йосоп Ҡунаҡбаев һәм уның фекерҙәштәре күп көс һалды. Йәштәргә һәр саҡ дәрт-дарман биреп тороусы аҡһаҡалыбыҙ Ғиззәтов Кинйәбай ағайға,  әүҙем яҡташтарыбыҙ Альберт Шәрәфетдиновҡа, Рәфҡәт Байғужинға, Илшат Хөснөтдиновҡа, Радик Яруллинға, Шамил Ялалетдиновҡа тырышлығы өсөн ҙур рәхмәт”, - тине Назим Низаметдинов.

Рухлы милләттәштәребеҙгә артабан да уңыштар теләйбеҙ!  

Фото геройҙарҙың шәхси архивынан. 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: