Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Май 2022, 10:45

Иҫке Бәпестә балаҫ һуғыу оҫтаһы йәшәй

"Кешеләрҙең ошондай станоктар алып эшләгәненә һәр ваҡыт һоҡланып, күҙем ҡыҙып йөрөй торғайным..."

Иҫке Бәпестә балаҫ һуғыу оҫтаһы йәшәй
Иҫке Бәпестә балаҫ һуғыу оҫтаһы йәшәй

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан Наилә  Ишемғолова башҡорт халҡының боронғо кәсептәренең береһе – балаҫ һуғыу серҙәрен үҙләштергән. Ул Иҫке Бәпес күп тармаҡлы ауыл клубында “Бөрлөгән” башҡорт фольклор төркөмөнөң етәксеһе лә.

– Күп ерҙәрҙә йөрөргә тура килде. Кешеләрҙең ошондай станоктар алып эшләгәненә һәр ваҡыт һоҡланып, күҙем ҡыҙып йөрөй торғайным. Өфөлә бер ҙур ғына сарала Гүзәл Вәлитова тигән һеңлекәш менән танышып алдым. Ул Миәкә районынан. Һөйләшеп киттек. Станоктар тураһында һораштырғылай башлағас, ул: “Беҙ һатабыҙ эшләп, мөмкинлегегеҙ, теләгегеҙ булһа”, – тине. Эшләп, Өфөгә килтереп, ҡалдырып киттеләр. Улым ауылға алып ҡайтты. Яйлап “Бөрлөгән” ансамблендәге апайҙар менән балаҫ һуғырға өйрәнә башланыҡ. Ҙур итеп балаҫтар һуҡҡаныбыҙ юҡ әле. Алла бирһә, ҙур-ҙур матур балаҫтар һуғырбыҙ, ҙур-ҙур сараларҙа ҡатнашырбыҙ, тип уйлайым. Шундай өмөттә йәшәйбеҙ әлеге ваҡытта, – тип уртаҡлашты Наилә Ишемғолова.

Иҫке Бәпес оҫталары балаҫтарҙы әлегә үҙҙәре өсөн генә эшләй.

Автор фотоһы һәм яҙмаһы.    

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: