Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Май 2022, 15:45

"Атайымдан өйрәнеп үҫтем"

Иҫке Бәпес клубында мәҙәни ойоштороусы булып эшләгән, бер нисә түңәрәк алып барған Илдар Хәсәнов йәнә ниндәй оҫталығы менән һоҡландыра?

"Атайымдан өйрәнеп үҫтем"
"Атайымдан өйрәнеп үҫтем"

Халҡыбыҙҙа иҫ китмәле һәләтле, оҫта кешеләр бар. Улар иҫәбенә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылындағы күп тармаҡлы ауыл клубында эшләгән Илдар Салауат улы Хәсәновты ла индерергә мөмкин.

Ул ауыл клубында мәҙәни ойоштороусы булып эшләй, бер нисә түңәрәкте алып бара. Уның етәкселегендә көслө театр түңәрәге эшләй, шулай уҡ хәҙер инде һирәк осраған септә үреү кәсебен тергеҙеүгә лә тос өлөш индерә.

– Септә үреү кәсебе башҡорт халҡында борон-борондан булған, сөнки халҡыбыҙ элек-электән йылҡысылыҡты үҙ иткән. Ә атты һәр ваҡыт һарайҙа ғына тотоп булмай. Тирләп ҡайтҡан малҡайҙарҙы ошолай елләтеп кенә киптерер өсөн септә һуҡҡандар, үргәндәр. Һуңғы йылдарҙа ат тотҡандар арта бара. Шуға күрә әлеге көндә заказдар ҙа күп. Кәсеп итеүҙән тыш, мин милли сараларҙа ҡатнашам - һабантуйҙарҙа, Аксаков көндәрендә һ.б. септә үреп күрһәтәм.

Минең атай ғүмер буйына ат тотто, ат ҡараусы булып эшләне. “Маҡтау таҡтаһы”нда торҙо. Мин шул ваҡыттан уҡ күреп, өйрәнеп үҫтем. Был станок, ысынлап та, 70-се  йылдарҙан һаҡланған. Һалабашты үҙем йүкә сәскә атҡан саҡта һалам, үҙем йүкә әҙерләйем. Ошо кәсеп менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күп хәҙер. Балалар ҙа ҡыҙығып ҡарап китә, оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарам. Йәш быуын бик ҡыҙыға, ҡарай, һораша. Был кәсеп тергеҙеүҙе талап итә, сөнки шәхси хужалыҡтарҙа аттар күбәйгәндән-күбәйә, туристик йүнәлештәр асалар. Был кәсеп бик тә кәрәк, сөнки юлдан тирләп ҡайтҡан атты һарайға ғына бикләп ҡуймайһың, ә өҫтөнә йәки барып туҡтағандан һуң ҡайҙалыр кереп сыҡҡансы арҡаһына септә һалып торһаң, ул үҙ йылылығын тота, тирене ҡатырмай. Һарайһыҙ ҙа ул ҡыш көндәрендә йылыла тора, – тип шөғөлө хаҡында һөйләне септә үреү оҫтаһы Илдар Салауат улы.

Автор фотоһы һәм видеояҙмаһы.       

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: