Бөрйән районы мәҙәниәт йорто төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, Ырғыҙлы ауылында «Бәлеш байрамы» үткән.
«Унда, оло йәштәгеләр менән бер рәттән, уңған ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты.
Бәлештең ниндәй генәһе юҡ ине! Һәр хужабикә үҙе бешергән бәлештең рецебы менән бүлеште, уны яҡлап сығыш яһаны. Сара барышында Фәниә апай бәлеш бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтергә өлгөрҙө. Ауылдың йәме булып, мәҙәни сараларҙа ҡатнашып йөрөгән дәртле апайҙарға ҙур рәхмәт. Бәлеш байрамына әҙерләнеп килгәндәргә мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гөлнара Күҫәпова иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырҙы.
Сарала балалар өлкәндәр менән берлектә халыҡ уйындарын да күрһәтте. Гел шулай бергә, берҙәм йәшәргә яҙһын», - тиелә яҙмала.
Фото: Бөрйән районы мәҙәниәт йорто төркөмө.