Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
5 Июнь 2022, 12:00

Андрей Назаров һабантуйҙа башҡортса сәләмләне

Кисә Баймаҡ районында һабантуй гөрләне. Ә һеҙҙә был байрам үттеме? Барҙығыҙмы? Йә, фотоһүрәттәр һалығыҙ әле, ҡайҙа күңелле булды икән?..

Андрей Назаров һабантуйҙа башҡортса сәләмләне
Андрей Назаров һабантуйҙа башҡортса сәләмләне

Байрам сараһын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров асты. Ул халыҡты башҡортса сәләмләне. Артабан ул:

- Миңә бөгөн "Урал аръяғы-2022" ҙур Бөтә Рәсәй инвестиция саралары сиктәрендә үткәрелгән һабантуйға килеү бәхете тейҙе. Беҙҙең ҡунаҡтарға көньяҡ-көнсығыш райондары иҡтисадын ғына түгел, ә Баймаҡ районының мәҙәниәтен, үҙенсәлекле урындарын күрһәтеүе минең өсөн үҙе бер мәртәбә!

Үҙем Баймаҡтыҡы булғас, яҡташтар менән аралашыуҙан ҡәнәғәтлек алам, һабантуйҙы ойоштороусыларға һәм яҡташтарыма килгән ҡунаҡтарҙы матур итеп ҡаршы алыуҙары өсөн рәхмәт! - тине.

Премьер-министр билдәләүенсә, Баймаҡ районы йылҡысылыҡ һәм телде йоторлоҡ ҡымыҙ бешеү буйынса дан тота. Шуға күрә лә йылҡы һаны һәм ҡымыҙ етештереү күләмдәре буйынса республикала алдынғы урындарҙы биләй.

- Тап Баймаҡ районы - уникаль башҡорт тоҡомло аттарҙың генофондын ойоштороусы, уларҙың һаны 10 мең баштан ашыуыраҡ, - тип билдәләне Андрей Назаров. - Һеҙҙең район республикабыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән һәм эшләгән кешеләр менән ғорурлана ала.

Ҡунаҡтар менән бергә Премьер-министр балалар һабантуйында ла ҡатнашты, үҙешмәкәр ижади коллективтарҙың сығыштарына һөйөнөп, үҙе лә уҡ атып ҡараны.

Сара барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры 2022 йылдың яҙғы баҫыу эштәрендәге хеҙмәт ярыштары еңеүселәренә наградалар ҙа тапшырҙы.

Быйыл Баймаҡ районында Һабантуй IV Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә үтте. Форумда ҡатнашыусылар башҡорт халҡының күп яҡлы мәҙәниәте һәм традициялары менән таныша алды.

Андрей Назаров һабантуйҙан алған тәьҫораттарын социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып ҡалдырҙы: "Ошондай ҙур һабантуй уҙғарыуҙары өсөн Баймаҡ районы халҡына ҙур рәхмәт! Был көн ысын мәғәнәһендә һабан байрамы булды. Миңә яҡташтарым менән осрашыу айырыусы ҡыуаныслы булды. Бала саҡ хәтирәләренә бирелеп алдым.

Һабантуйға сит ил партнерҙарын алып ҡайттыҡ. Уларға көньяҡ-көнсығыш райондары иҡтисады, шулай уҡ мәҙәниәт йәһәтенән булған мөмкинлектәрҙе лә күрһәттек. Бында Баймаҡ районында ул бик асыҡ төҫмөрләнә. Урындағы ҡымыҙҙы һәм милли аш-һыуҙы тәмләп ҡаранылар, йәйәнән уҡ атыу буйынса ярыштылар. Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған. Ҡунаҡтар бик ҡәнәғәт ҡалды. Киләһе йылда инвестиция һабантуйының икенсе блогы Хәйбулла районында уҙғарыласаҡ".

Андрей Назаров һабантуйҙа башҡортса сәләмләне
Андрей Назаров һабантуйҙа башҡортса сәләмләне
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас в