Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә республикала уҙған һабантуйҙар тураһында яҙма ҡалдырҙы.
"Ауыл халҡы яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлай. Яҙғы культуралар планлаштырылған 2,168 миллион гектарҙың 2,066 миллионында сәселгән - алыҫ һәм һаҙлыҡлы майҙандарҙа, башлыса һуң өлгөргән ҡарабойҙай кеүек культуралар үҫкән баҫыуҙарҙа эштәр ҡалған. Шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү тамамланған, ул 43,4 мең гектарҙа үҫәсәк - уҙған йылға ҡарағанда ете мең гектарға тиерлек күберәк.
Икмәк тә, шәкәр ҙә булыр. Ауыл халҡына еңел булмаған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм. Әлегә шытымдар күтәрелә, ер эшсәндәре бындай байрамға лайыҡ. Был аҙнала республиканың 18 районында һабан байрамдары үтте. Кешеләр ныҡышмалы эшләү менән бергә күңелле ял итә белеүҙәрен дә күрһәтте.
Әйткәндәй, Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа һабантуйҙар айыҡ үткәрелә. Был көндә районда алкоголь һатылмай. Тәүҙә ошо ҡарарым өсөн әрләһәләр ҙә, ваҡыт дөрөҫ эшләгәнебеҙҙе күрһәтте. Был байрамда хоҡуҡ боҙоуҙар һаны ныҡ кәмене.
Ямғырҙар һабантуйҙарҙа байрам мөхитен бер аҙ боҙҙо, ләкин ауыл халҡының кәйефен боҙманы, сөнки улар ямғырҙың мул уңышҡа икәнен яҡшы белә"? - тигән ул.
Фото vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_820142