Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
6 Июнь 2022, 15:30

Хөрмәтулла Үтәшев... һарыҡ ҡырҡҡан

“Башҡорт халҡы шулай инде, ярҙамсыл - нәшәлникме, әртисме, ҡарап тормай ярҙам итә башлай. Афарин!”

Хөрмәтулла Үтәшев... һарыҡ ҡырҡҡан
Хөрмәтулла Үтәшев... һарыҡ ҡырҡҡан

Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй, йыш ҡына ҡайтып тора. Был хаҡта уның социаль селтәрҙәге диуарындағы мәғлүмәттәр аша ла белеп торабыҙ.

Яңыраҡ тағы ла тыуған ауылы Таштуғайына ҡайтҡан.

"Таштуғайыма ҡайтып төшһәм - өмә! Һарыҡ ҡырҡалар... Өмәнән ситтә ҡалыу яҙыҡ булыр тип, мин дә ҡушылдым", – тип хәлдәре менән уртаҡлаша ул.

Әлбиттә, Хөрмәт ағайҙың был яҙмаһы күптәрҙә һоҡланыу тыуҙырҙы, шулай уҡ халҡыбыҙға хас булғанса дуҫтарса йылы шаяртыуҙар ҙа бар. Уның социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Һәр ергә лә өлгөрә Хөрмәтулла ағайыбыҙ, ҡорбашыбыҙ! Килешеп тора бит әле. Һау ғына бул, ағай!”, “Башҡорт халҡы шулай инде, ярҙамсыл - нәшәлникме, әртисме, ҡарап тормай ярҙам итә башлай”, “Өмә - башҡорт халҡының боронғо йолаһы! Афарин!”, “Һай, маладис беҙҙең Ҡор башлығы!”, “Көслө кеше, кисә айыуҙы еңдең, афарин! Дүрт көн репетицияла булдыҡ, һөйләшеп тә булманы, Магнитогорскиҙа бергә уҡыныҡ”, “Бик шәп, ҡыҙыҡ шөғөл булған инде ҡала кешеһенә, сәхнә йондоҙона” тигән комментарийҙар ҡалдырғандар.

Хөрмәт Үтәшевтең ихласлығы - йөҙөндә, шуға ла уның һарыҡ ҡырҡыу өмәһендә ҡатнашыуында һис тә шикләнмәйбеҙ. Бындай эштәр арытмай, ә, киреһенсә, күңелгә ял һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә.

Әйткәндәй, хәҙер ауылдарҙа һарыҡ тотҡан кешеләр йылдан-йыл кәмей бара. Уның сәбәптәре ябай: беренсенән, күп урындарҙа элекке ваҡыттағы кеүек көтөү ойошторолмай; икенсенән - эттәр, бүреләр ҡуймай; өсөнсөнән, һарыҡ йөнөн ҡабул итеү пункттары юҡ, шуға ла уны ташларға мәжбүрҙәр.

Ғөмүмән, ошолай барһа, тиҙҙән һарыҡ ҡырҡыу өмәһе танһыҡ, һирәк осраған ваҡиғаға әйләнеүе лә ихтимал. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?     

Фото: vk.com/utyashev59

Хөрмәтулла Үтәшев... һарыҡ ҡырҡҡан
Хөрмәтулла Үтәшев... һарыҡ ҡырҡҡан
Хөрмәтулла Үтәшев... һарыҡ ҡырҡҡан
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: