Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
6 Июнь 2022, 22:00

Силәбелә "Ҡояш нурҙары" балҡыны

Беренсе өлкә балалар художество ижады фестивале нисек үтте?

Силәбелә "Ҡояш нурҙары" балҡыны
Силәбелә "Ҡояш нурҙары" балҡыны

Ошо көндәрҙә Силәбе ҡалаһының Силәбе электровоз ремонтлау заводының Мәҙәниәт йортонда йәш таланттарҙы эҙләү, балаларҙы башҡорт халыҡ ижадына йәлеп итеү, тыуған төйәгенә, халҡына, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында “Ҡояш нурҙары” I өлкә балалар художество ижады фестивале уҙғарылды.

Сараны ойоштороусылар - Силәбе өлкәһе Хөкүмәте, Силәбе ҡалаһы хакимиәте, уның Мәғариф эштәре буйынса комитеты ярҙамында өлкәнең башҡорттар ҡоролтайы һәм Силәбе ҡалаһының 88-се балалар баҡсаһы.

Фестивалдә мәғариф ойошмаларынан 115 ҡатнашыусы, 37 балалар коллективы, бөтә өлкәнән 3-15 йәшлек балалар ҡатнашты. Улар “Вокал”, “Хореография”, “Инструменталь ижад”, “Иң яҡшы милли костюм” номинацияларында көс һынашты. Силәбе ҡалаһы 88-се балалар баҡсаһының биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының иң яҡшы эштәре ҡуйылған күргәҙмә сараның биҙәге булды.

Фестивалдә ҡатнашҡан һәр кешегә диплом һәм персональ бүләк бирелде. Уларҙы Силәбе өлкәһенең башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Морис Йосопов һәм 88-се балалар баҡсаһы мөдире Инна Торпой тапшырҙы.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы исеменән конкурста ҡатнашыусыларҙы Милли мәғариф идаралығының дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса бүлектең әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова ҡотланы, конкурста ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырҙы, балаларҙа халыҡ йолаларына ҡарата ихтирам тәрбиәләүҙәре өсөн педагогтарға, ата-әсәләргә рәхмәт әйтте. Шулай уҡ Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Әлфир Байымов 88-се балалар баҡсаһы коллективына “Аҡбуҙат” балалар журналына яҙылыу өсөн сертификат тапшырҙы.

Әйткәндәй, Силәбе өлкәһендә башҡорт телен өйрәнеү 19 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында, шул иҫәптән әлеге 88-се балалар баҡсаһында ойошторолған.

Был сараны үткәреү матур йолаға әйләнер һәм унда ҡатнашыусылар күберәк булыр тип ышанабыҙ.

Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: