Башҡорт донъяһы
7 Июнь 2022, 08:26

“Ижади майҙан” дәрт-дарман өҫтәне

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Ошо көндәрҙә, Баш­ҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы, Йәрмәкәй районында “Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы (конгресс)” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы “Ижади майҙан” күсмә комплекслы сараһын ойошторҙо. Был – проект­тың өсөнсө сараһы, быға тиклем “Ижади майҙан” Бөрйән һәм Стәр­ле­баш райондарында уҙғайны. Йәрмәкәйҙә үткәнендә иһә Башҡортостандың һигеҙ көнбайыш районынан, шулай уҡ Туймазы, Октябрьский ҡалаларынан өс йөҙгә яҡын мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәтселәр ҡатнашты.

 

“Йәрмәкәй ере үҙ ерен, халҡын һөйгән шәхестәрҙе үҫтергән”

 

Йәрмәкәй районы Башҡорт­остан­дың көнбайыш өлөшөндә, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлаш­ҡан, Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда ойош­торолған. Район үҙәге – Йәрмәкәй ауылы Өфөнән 235 километр алыҫлыҡта.

Был районда дүрт Советтар Союзы Геройы тыуып үҫкән. Шулай уҡ йәрмәкәйҙәр хаҡлы рәүештә Рәсәй еңел атлеты, донъя һәм Европа чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Рәтамаҡ ауылы ҡыҙы Нурзиә Баһманова, ғалим-табип, нейрохирург, медицина фәндәре докторы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, медицина хеҙмәте подполковнигы, Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, Иҫке Турай ауылы ҡыҙы Ғәрифә Буранғолова,  ғалим-тау инженеры, техник фәндәре докторы Рәтамаҡтан Флорит Ғарифуллин, ғалим-музыка белгесе, композитор Исламбаҡты ауылынан Наил Ғөбәйҙуллин, билдәле яҙыусы, драматург, Йәрмәкәй ауылы ҡыҙы Мөкәрәмә Садиҡова һәм башҡа билдәле яҡташтары менән лайыҡлы ғорурлана. Әйткәндәй, Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, “Ижади майҙан” эшендә ҡатнашты. Улар ижадташы, яҙыусы, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина менән “Әҙәбиәт” майҙансығында сығыш яһаны, район, ҡала гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре, мәғариф учреждениеларындағы әҙәби түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәр, китапханасылар менән аралашты.

Һис шикһеҙ, бында уңған, бул­дыҡлы, тырыш халыҡ йәшәй. Рухиәткә лә иғтибар ҙур: йәрмәкәйҙәр “Ижади майҙан”да ойошторолған һәммә оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнаш­ты. Юҡҡамы ни, сарала ҡатнашыу­сылар алдында сығыш яһағанда, Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов былай тине:

 – Йәрмәкәй ере илебеҙгә бик күп күренекле, талантлы, үҙ ерен, халҡын һөйгән шәхестәрҙе үҫтергән. Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылын иғлан итте. Мәҙәни һәм рухи мираҫ кеүек ҡиммәттәр – беҙгә ата-бабаларыбыҙҙан күскән төп байлыҡтарҙың береһе. Улар үҙендә тотош халыҡтың тарихын, йолаларын, заман һулышын һаҡлай. Шуға күрә лә киләсәктә башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын, аманатын һаҡлап, үҫеп килгән быуындың күңеленә милли рух орлоғон һалып тәрбиәләргә һәм уларға еткерергә бурыслыбыҙ, – тине Илшат Әмир улы.

“Ижади майҙан”дың семинарҙары һәм оҫталыҡ дәрестәре мәҙәниәт хеҙ­мәткәрҙәре берләшмәһенә, йәмәғәт­селәргә юғарыраҡ ижади мөмкин­лектәрҙе тәҡдим итеү, урындағы таланттарҙы эҙләп табыу һәм үҫтереү, республика халҡының киң, күп яҡлы мәҙәни даирәһенә, рухи мираҫына инеү йәһәтенән һөҙөмтәле аҙымдар эшләү маҡсатында үтә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Баш­ҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, сараны асып, түбәндәгеләрҙе билдәләне:

– Башҡорт мәҙәниәтенең күп яҡ­лылығы иллеләгән башҡорт ыры­уының төрлөлөгөнә нигеҙләнә. “Ижади майҙан” проекты тап ошо рухи тәрән­лектең потенциалын асыуға йүнәл­телгән. Беҙ бында оҫталыҡ дәрес­тәрен үткәреү өсөн генә килмәнек, район менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу – беҙҙең төп маҡсат. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кино, һынлы сәнғәт, театр һәм башҡа заманса йү­нәлештәр менән танышалар һәм һө­ҙөмтәлә республика, федераль ки­мәлгә сығыу мөмкинлеген дә алалар. Был мәсьәлә йылдың төрлө саралар планын төҙөгән ваҡытта башҡорт йәмәғәтселегенең төп бурысы булды. Ун төп йүнәлеш билдәләнде, уларҙың һәр береһе башҡорт халҡының бай этно­мәҙәниәтенең айырым билдәләнеше булып тора.

Ойоштороусылар фекеренсә, башҡорт­тарҙың быуаттар дауамында тупланған мәҙәни мираҫы музей экспонаты ғына түгел, ул мәҙәниәт, мәғариф, фән һәм башҡа өлкәләрҙә яңы ҡаҙаныштар яулап, заман үрҙәренә өлгәшеү тигәнде лә аңлата. Шуға ла проект тәүге сиратта район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә йүнәл­телгән – тап улар башҡорт мәҙәниә­тен, рухиәтен халыҡҡа еткереүсе булып тора. Тап улар рәсем түңәрәк­тәре, театр студиялары ойоштора, төрлө темаға саралар үткәрә.

– Башҡорт мәҙәниәте йылын рухи яңырыу процесының башы тип ҡабул итеү фарыз. Уның маҡсаттарына өлгәшеү өсөн тап район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре кеүек, ысын күңелдән эшләгән, ваҡытын һәм көсөн йәлләмәгән ойоштороусылар кәрәк – был семинар тап улар өсөн, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

 

Нигеҙендә – “Урал батыр” эпосы образдары

 

Йәрмәкәйҙәге “Ижади майҙан”да “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге исеменән “Урал батыр мәктәбе” презентацияһы менән БДУ профессоры Гүзәл Вилданова һәм Марүә Ғилметдинова сығыш яһаны. Философия фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы ҡара­мағындағы Атай-әсәйҙәр комиссияһы ағзаһы Гүзәл Вилданова түбәндәге фекерен белдерҙе:

— Быйыл илебеҙҙә Мәҙәни-рухи мираҫ һәм милли традицияларҙы һаҡлау йылы итеп иғлан ителде. Ошо айҡанлы “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы (конгресс) менән берлектә йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү, илһөйәрлек тойғоһон нығытыуға арналған төрлө сараларҙы тормошҡа ашыра.

Бөгөн Йәрмәкәй районы үҙәгендә ҙур мәҙәни сара булды. Унда “Урал батыр мәктәбе” проекты менән таныштырыу ойошторолдо. Был проект 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына лайыҡ булғайны. Семинарҙа яҡын-тирәләге төбәктәрҙән саҡырылған башҡорт теле уҡытыусылары, урын­дағы һәм яҡындағы райондарҙың, ҡоролтай етәкселәре, тәрбиәселәр, атай-әсәйҙәр ҡатнашты. Сарала  ҡатнашыусылар үҙ-ара фекер алышты, киләсәккә пландар ҡорҙо. Бындай саралар йәш быуында патриотик тәрбиә һәм илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү өсөн айырыуса мөһим.

“Урал батыр” эпосы буйынса тәрбиә эше алып барыу башланғысы 1992 йылда “Тормош һабаҡтары” дәресенә индерелгәйне. Ә 2019 йылда билдәле милләттәшебеҙ, педагог, дәреслектәр авторы, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева “Урал батыр мәктәбе”н ойошторорға тәҡдим итте. Уның концепцияһы йәш быуынды тәрбиәләү эшен эпос нигеҙендә алып барыуҙы күҙ уңында тота. Төп идея – эпостағы аманат һүҙҙәре аша йәш быуынға белем, тәрбиә биреү.

 

Ҡылҡәләм һәм кино серҙәре

 

Урындағы йәш рәссамдар һәм ди­зайнер­ҙар иһә “Һынлы сәнғәт” май­ҙансығында йыйылды. Башҡортос­тандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы Йәлил Сөләймәнов оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Йәлил Әхмәт улы әңгәмәне Башҡортостан һынлы сәнғәтенең тарихынан башланы. Беҙҙең ижад оҫталары – Рәсәй һынлы сәнғәт академияһы ағзаһы Әхмәт Лотфуллин, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Эрнст Сәйетов, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Камил Ғөбәйҙуллин илебеҙ һәм донъя һынлы сәнғәтенә лә өлөш индергән. Был өлкәлә Хәтип Фазылов, Әмир Мәжитов та оло дан яулаған.

Әлбиттә, Йәрмәкәйҙә тыуып үҫкән билдәле рәссам Рәсим Нәсибуллиндың ижады тураһында айырым әйтеп үтелде. “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы булараҡ, ул картиналарында гел башҡорт халыҡ мотивтарын файҙаланған, илһамды шунан алған. Оҫталыҡ дәресенең ғәмәли өлөшө “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы образдарына нигеҙләнде. Бында Йәлил Әхмәт улы ҡәләм менән төшөрөүгә иғтибар бирҙе.

– Графиканы рәсемдең нигеҙе тип атарға була, сөнки ҡәләм менән төшөрөү буласаҡ рәсемдәргә композицияны билдәләргә мөмкинлек бирә, башҡарыласаҡ эштәрҙең ҡайһы йүнәлештә барасағын билдәләй, — ти Йәлил Сөләймәнов.

Ул оҫталыҡ дәресенең аҙағында Йәрмәкәй сәнғәт мәктәбенә һынлы сәнғәт буйынса китаптар, каталогтар бүләк итте.

“Ижади майҙан”дағы “Кинематография” йүнәлешенең аудиторияһын иһә урындағы телевидение хеҙмәт­кәрҙәре һәм мәктәп телестудияларында тәрбиәләнеүселәр тәшкил итте. Әлеге майҙансыҡтың модераторы булып кинорежиссер, Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева сығыш яһаны. Был юлы ул юғары сифатлы сценарийҙар әҙерләү проблемаһын күтәрҙе.

– Минең уйымса, педагог та, мәк­тәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәсеһе лә сценарийҙар яҙа, дөрөҫ төҙөй белергә тейеш. Өҫтәүенә, был оҫталыҡ дәресе мәҙәниәт йорттары етәкселәренә, хеҙмәткәрҙәренә, сараны ойоштороусылар өсөн һәр яҡтан әһәмиәтле булды, – тине Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы.

Билдәләнеүенсә, тамашасыларҙың ниндәй ҙә булһа ижади эште ҡабул итеүе бер үк драматургия ҡанундары буйынса бара, шуға күрә улар төрлө өлкәлә ҡулланыла.

– Оҫталыҡ дәресе ошо закондарҙы белеүҙе ғәҙәти хәл итеп күҙаллаған белгестәргә йүнәлтелде. Икенсе яҡтан, үҙ эшмәкәрлегеңде, уның йүнәлеш-маҡсаттарын тикшереү, ижади кеше булараҡ, үҙеңә башҡа ракурстан ҡарау мөмкинлеген бирә. Ул бер ҡасан да файҙаһыҙ булмай. Оҫталыҡ дәресе аныҡ материалда – ҡыҫҡа метражлы “Листок” фильмында төҙөлдө, – тине Зөһрә Бураҡаева.

Аралашыу барышында ул фильм етештереүҙең төп этаптары тураһында һөйләне, сөнки фильмды әҙерләү һәм ғәмәлгә ашырыу барлыҡ ижади проекттарға ла ҡағыла: идеянан сценарийға, әҙерләү, төшөрөү һәм башҡалар.

 

Барыһы ла – ата-әсәнең яуаплылығынан

 

Йәрмәкәй районында уҙғарылған “Ижади майҙан”дың ата-әсәләр майҙансығында республикабыҙҙың һигеҙ районынан ата-әсәләр комитеттары вәкилдәре менән тренинг та ойошторолдо. Уны психолог, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағын­дағы ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова уҙғарҙы.

– Ата-әсә булырға мәктәптә өйрәт­мәйҙәр. Хәҙерге ваҡытта традицион этник тәрбиә юҡҡа сыға бара, сөнки күбебеҙҙең эргәһендә оло йәштәге олатай-өләсәйҙәр юҡ, шул уҡ ваҡытта күп осраҡта элекке һымаҡ, ике һәм өс туғандар ҙа ныҡлап ҡатнашып, ҙур ғаилә булып йәшәмәй. Борон йолалар тап ошондай мөхит ярҙамында быуындан-быуынға тапшырылған. Хәҙер иһә беҙгә “Нисек яҡшы атай-әсәй булырға?”, “Балаларҙы тәрбиәләүҙә нимәгә таянырға?” кеүек һорауҙарға яуап эҙләргә тура килә, – ти Эльвира Митен ҡыҙы.

Хәҙерге заман шарттарында, ваҡыт тығыҙ булыу сәбәпле, “Балаға күпме ваҡыт бүләбеҙ?”, “Ә күпме бүлергә кәрәк?”, “Быуындар араһындағы бәйләнеште нисек һаҡларға?”, “Балаңды аңларға һәм халҡы­быҙ­ҙың мәҙәни мираҫын тапшырырға нисек өйрәнергә?” кеүек һорауҙарға яуап эҙләнек. Тәрбиә – һүҙ, шәхси үрнәк кенә түгел, ә баланың кисерештәрен аңлау ҙа ул. Бала үҙе лә ата-әсәһенең хистәрен тойорға тейеш. Ҡосаҡлашыу, йылы һүҙ, хуп­лау, терәк булыу – быларҙың бөтәһе лә башҡорт мәҙәниә­тендә бар. Минеңсә, барлыҡ тәрбиә ысулдары комплекслы ҡулланылырға тейеш. Бөгөнгө тренинг үҫеш йүнәлештәрен, мөмкинлектәрен күрһәтте. Артабан барыһы ла ата-әсәләрҙең үҙҙәренән тора, – тип билдәләне тренингты ойоштороусы, ғаилә психологы Эльвира Байназарова.

 

Һөҙөмтә бар һәм буласаҡ

 

Шулай итеп, “Ижади майҙан”дың тағы бер сараһы Йәрмәкәй районында шаулап-гөрләп уҙып китте. Бөтә майҙансыҡтарҙың да эшен яҙып бөтөү мөмкин түгел, шулай ҙа телгә алайыҡ. Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте әүҙем­селәре билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин менән берлектә тарихи тамырҙарҙы өйрәнеү, шәжәрә төҙөү ысулдары, халыҡта тарихҡа, шанлы үткәнебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу кеүек мәсьәләләр ҡаралһа, “Йәштәр” майҙанында төрлө район­дарҙан йыйылған эшлекле, маҡсатлы йәштәр менән уңышлы эшҡыуар­ҙар, власть органдары вәкилдәре осрашты, шәхси эшҡыуарлыҡ, гранттар юллау, үҙ эшең­де башлау серҙәре, дәүләт һәм бизнес араһындағы һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек һәм башҡа мәсьәләләр тураһында әңгәмә ҡорҙолар.

“Әҙәбиәт” майҙансығында яҙыусы, филология фәндәре кандидаты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, респуб­ликаның Яҙыусылар союзы рәйесе Зә­ки Әлибаев, билдәле яҙыусылар, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина һәм Мөкәрәмә Сади­ҡова әҙәбиәт һөйөүселәр, китапханасылар, мәктәп уҡыусылары менән осрашты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Баш­ҡарма комитеты ағзаһы, “Аҡбуҙат” журна­лының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина бәләкәй милләттәштәребеҙ – балалар менән аралашты, “өлкәндәр” өсөн текстарҙы балалар өсөн яраҡлаштырыу, балала яҙыу һәләтен үҫтереү серҙәрен асты.

Иң мөһиме, “Ижади майҙан”дың һөҙөм­тәһе ҙур: оҫталыҡ дәресен ойоштороусылар ҙа, халыҡ та был саранан илһам алып, дәртләнеп, рухланып ҡайтты – был хаҡта тиҫтәләрсә рәхмәт һүҙҙәре, социаль селтәрҙәрҙә ҡалдырылған ыңғай яҙмалар, сараны камиллаштырыу йәһәтенән әйтелгән эшлекле теләк-тәҡдимдәр һөйләй.

 

 

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев:

 

– Башҡорт сәнғәте XIX быуаттағы бәләкәй театр түңәрәктәренән, ҡыҫҡа пьесаларҙан башланған. Артабан да башҡорт театр сәнғәте төп көс-ҡеүәтте халыҡ театрҙарынан алған. Шуға ла райондарҙағы үҙешмәкәр театрҙарға методик йәһәттән ярҙам күрһәтеү – беҙҙең бурыс.

Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында тормошҡа ашырылған “Ижади майҙан” проектында театр сәнғәте мөһим урын биләй. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа мәҙәни йүнәлештәр араһында театр тармағына ярайһы ҙур иғтибар бирелә, уларҙың эшмәкәрлегенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Унан тыш, үҙешмәкәр театр сәнғәте лә республикала бик үҫешкән, клубтарҙа һәм мәктәптәрҙә түңәрәктәр әүҙем эшләй. Быны Башҡортостан етәкселеге лә күрә һәм хуплай – мәҫәлән, республика етәксеһе Радий Хәбиров мәктәп театр түңәрәктәрен үҫтерергә кәрәклеген билдәләне.

Милли театр студияларының роле лә баһалап бөткөһөҙ. Беренсенән, студия балаларға башҡортса әңгәмәләшеү, фекерләү мөмкинлеген бирә. Икенсенән, түңәрәктә йөрөгән үҫмер ваҡытын буш шөғөлгә сарыф итмәй. Киреһенсә, тиҫтерҙәре менән аралашырға, халыҡ алдында сығыш яһарға өйрәнә һәм киләсәктә социаль тормошта кәрәкле алымдар ала. Өфөлә беҙҙең театр эргәһендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тап ошондай студия эшләй һәм беҙ тәжрибәбеҙ менән Йәрмәкәй ерендә лә уртаҡлаштыҡ.

Шул уҡ ваҡытта “Ижади майҙан”да булдырылған ижади бәйләнештәр, хеҙмәт­тәшлек нигеҙе театр сәнғәтен мүкләнеүҙән һаҡлай, яңы һулыш өрә. Минеңсә, был ғәмәлдәр милли театр сәнғәте өсөн бик мөһим. Әлбиттә, театрҙарҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеген нығытыу ҙа мөһим. Бер ҡаҙанда ҡайнап, бер-беребеҙҙең уңыштарын күреп, тәжрибә уртаҡлашып артабан үҫешеү фарыз. “Ятҡан таш мүкләнә, йөрөгән таш шымара” тиҙәр, шуға ла эшлекле әңгәмә ҡороу, райондағы сәхнә эшмәкәрҙәренә методик ярҙам күрһәтеү һәм аралашыу был сараның төп маҡсаты ине.

Ғәмәлдә иһә көткәндәгенән дә яҡшыраҡ килеп сыҡты. Алдан бил­дәләнгәнсә, беҙҙең майҙансыҡта өс тиҫтәнән ашыу үҙешмәкәр театр­ҙарҙың режиссерҙары, үҙешмәкәр театрҙа эшләүселәр ҡатнашырға тейеш ине, һөҙөмтәлә иң күп килгән кешеләр беҙҙең майҙансыҡта булды – 60-тан ашыу кеше. Нисек ижади эште башларға, пьесанан алып гримға тиклем һайларға, анализларға; хореография, сценография, музыкаль яҡтан биҙәү мәсьәләләрен хәл итергә – ошолар тураһында йәнле һөйләшеү булды. Унан тыш, һигеҙ кешегә әүҙем ижади һәм йәмәғәт­селек юҫығындағы эшмәкәрлеге өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡтау грамоталарын тапшырҙыҡ. Шәхсән үҙемдән дә әүҙемдәргә китаптар бүләк иттем. Ойоштороусыларға теләгем дә бар: оҫталыҡ дәресе өсөн ике сәғәт кенә етмәй. Һөҙөмтә булһын өсөн кәмендә бер-ике көн дауамында шөғөлләнергә кәрәк, йәғни ентеклерәк эш талап ителә.

 

Йәрмәкәй районы.

Читайте нас