Юныс Иштанов хаҡында күптәр ишетеп беләлер. Ул Хәйбулла районының Йәнтҽш ауылында йәшәй. Оҫта ҡуллы замандашыбыҙ ағас мҽнән булышырға ярата: сүкҽй йә быса, ағас һауыттар ҡырып яһай.
Был юлы оҫта теләгәндәргә көбө эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән.
Көбө (диал. көбөсәк, гөбө, батман) — бөтәүләй аталғы, өңгөс ярҙамында ағастан уртаһы соҡоп эшләнгән ҡоршауһыҙ бейек һауыт. Ҡапҡасын уртанан тишеп, бешкес ҡуйып яһайҙар. Башлыса йүкәнән, йомшаҡ ағастан төп һалып эшләнә. Көбө күпселек осраҡта ҡымыҙ бешеү өсөн файҙаланылған.
Фото һәм видео: Йәнтеш мәҙәниәт йорто төркөмө.