Баймаҡ районында БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов рәйеслегендә «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙың республика фестивален үткәреү буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышы үтте. Сарала ҡатнашыусылар фестивалде ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Сараны август башында Баймаҡ районының Граф күле янында уҙғарырға хәл ителде. Унда бөтә Рәсәйҙән йылҡысылыҡ өлкәһендәге белгестәр саҡырыласаҡ, пленар ултырышта Башҡортостанда йылҡысылыҡ, ҡымыҙ яһау һәм халыҡ кәсептәре йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм популярлаштырыу проблемалары тикшереләсәк. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы бай эстәлекле мәҙәни программа көтә. Тамашасылар милли спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙы ҡараясаҡ, унда яҡын сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар ҙа ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттар ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша күрһәтеләсәк.
- Рәсәйҙә тиңе булмаған сараны үткәрергә ниәтләйбеҙ, - тип белдерҙе Башҡортостан вице-премьеры Азат Бадранов. - Әлеге ваҡытта әҙерлек тулы кимәлдә бара, һәм был ҙур ваҡиға буласаҡ, артабан, ышанам, федераль статус аласаҡ. Билдәле булыуынса, башҡорт атлылары Тыуған илде һаҡлауға ҙур өлөш индергән, уларҙы француздар «төньяҡ амурҙары» тип атаған. Рәсәйҙең Наполеонға ҡаршы һуғышында 28 башҡорт полкы ҡатнаша, улар француздарға ҡаршы ҡыйыу көрәшә. «Төньяҡ амурҙары» Германияны азат итергә һәм Гамбургтан, Эрфурттан, Берлиндан француздарҙы бәреп сығарырға ярҙам иткән, Парижды алған. Беҙ был сара менән башҡорт атлыларының батырлығына дан йырлауҙы ғына түгел, ә үҙҙәренең сабырлығы һәм талымһыҙлығы менән дан тотҡан, күп быуаттар дауамында үҙенсәлекле сифаттарын һаҡлап килгән башҡорт тоҡомло аттарҙы ла ихтирам итергә теләйбеҙ. Шулай уҡ был фестиваль - башҡорт аты феномены менән мөмкин тиклем күберәк кешене таныштырыу өсөн яҡшы мөмкинлек.
Азат Бадранов һүҙҙәренсә, сара барышында Рәсәйҙә күләмле ат парадын үткәреү көтөлә.
«Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙың республика фестивален уҙғарыу тураһында ҡарар 14 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Баймаҡ районына эш сәфәре барышында ҡабул ителде. Бынан алда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.
Фото: klublady.ru