Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
12 Июнь 2022, 14:30

"Бындай һабантуйҙы күргән юҡ ине!"

Урман һабантуйында тамашасыларҙы Рөстәм Ғиззәтуллин, Заһир Иҫәнсурин, Зәйнетдин йыр-моңдары менән ҡыуандырҙы. Кешеләр "Байыҡ" бейеү проектының алып барыусыһы Рита Өмөтбаева менән аралашыу мөмкинлегенә лә шатланды.

"Бындай һабантуйҙы күргән юҡ ине!"
"Бындай һабантуйҙы күргән юҡ ине!"

Баймаҡ районында эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙар Илсур һәм Тимур Нәбиуллиндар Урман һабантуйы ойошторҙо. Ул кисә Темәстән алыҫ түгел урынлашҡан Бетерә ауылында үтте һәм урман хужалығында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең матур байрамына әйләнде.

Алдан уҡ был сара тураһында видеоанонстар әҙерләнде – халыҡ һабантуй тураһында хәбәрҙар ине. Шуға ла ситтән дә, Баймаҡ, Өфө, Силәбе яҡтарынан, ҡунаҡтар байтаҡ булды.

Яратҡан артистар ҙа саҡырылғайны. Тамашасыларҙы Рөстәм Ғиззәтуллин, Заһир Иҫәнсурин, Зәйнетдин, Илгиз Абдрахманов  йыр-моңдары менән ҡыуандырҙы. Кешеләр Башҡортостан юлдаш телевидениеһында оҙаҡ йылдар барған "Байыҡ" бейеү проектының авторы һәм алып барыусыһы Рита Өмөтбаева менән аралашыу мөмкинлегенә лә шатланды.

Ә ярыштарҙың күплеген һәм бүләктәрҙең шәплеген әйтеп тораһы ла түгел. Һәр бер ярышта өс еңеүсе билдәләнеп, улар мультибешергес, электр бысҡыһы, телевизор кеүек шәп приздарға эйә булды.

Һабантуй һуңынан халыҡ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Байрам барыһына ла ныҡ оҡшағайны. Мәҫәлән, күрше Ишей ауылынан барған бер төркөм кешеләр араһынан Хәлиҙә Абдуллина-Ишдәүләтова бына нимә тине:

– Барғанда был тиклем ойошҡан һәм матур байрам булырына өмөтләнмәгәйнек тә. Ни тиһәң дә, урман төпкөлөндәге бәләкәй генә ауыл тигәндәй. Ә ысынында иһә иҫ-аҡылым китеп, ҡыуанып ҡайттым. Бындай һабантуйҙы күргән юҡ ине әле. Шундай шәп әҙерләнгәндәр. Ярыштарҙың ниндәйе генә юҡ. Өфө, Баймаҡ артистарының киң йөкмәткеле концерт сығыштары ла шәп булды.

Социаль селтәрҙәрҙәге комментарийҙар ҙа ошондай йөкмәткеле. Кешеләр Урман һабантуйын бик оҡшатҡан. Йыл да уҙыр был күркәм байрам, тип ышанабыҙ.

Ә ярыш рухын беҙҙең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге видеояҙмаларҙа ҡарағыҙ!

Фото: Х. Абдуллина-Ишдәүләтова.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: