Ҡулың эш белһә, юғалып ҡалмаҫһың. Ҡыяуыҡ ауыл клубы мөдире Зөһрә Һибәтулла ҡыҙы өлгөһөндә быны күрергә мөмкин.
Бынан бер йыл самаһы элек замансаға яраҡлаштырылған станок һатып алып, тәүҙә эштең айышына төшөнөү маҡсатында буй балаҫ һуғып ҡарай. Һуңғараҡ ептәрҙән үҙе туҡыма туҡып, бер яғын әҙер, икенсе яғын туҡылған материалдан сумка тегә. Формаһын тотһон өсөн төбөн эшләй, эслек, кеҫәләрен дә теккәс, бик ҡупшы килеп сыға.
- Киләсәктә тулыһынса үҙем туҡыған туҡыманан ғына сумка тегеү дәртем дә бар. Бындай сумка магазинға йөрөү өсөн дә уңайлы. Магазин пакеттары менән сағыштырғанда, ул оҙаҡ хеҙмәт итәсәк, икенсенән, экологияға ла файҙа. Киләсәккә тағы ла бер ҙур хыялым – аҫалы балаҫ һуғыу. Беҙҙең ауылда бик боронғо балаҫ һаҡланған. Боронғо биҙәктәрен ҡулланып, уға яңы һулыш биргем килә, - тине оҫта.
Зөһрә Һибәтулла ҡыҙының ҡул эшенә ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан. Ун балалы ҙур ғаиләлә һигеҙ ҡыҙ үҫә, барыһы ла ҡул эштәренә өйрәнә.
- Әсәйем тегеүгә лә, бәйләүгә лә оҫта булды. Төн эсендә бер пар ойошҡбаш бәйләп ҡуйыр ине. Ҡуян аҫрап, мамығынан шәлдәр бәйләне, юрған да һырыны. Беҙҙе лә белгәненә өйрәтте. Апайҙарым да барыһы ла ҡул эшенә маһир. Мәҫәлән, Райхана апайым ҡорама ҡорау оҫтаһы, станок алып, туҡыу эшен дә өйрәнә, - тип өҫтәне.
Оҫта кешенең даны тиҙ тарала. Зөһрә Ғәмбәрованы оҫталыҡ дәрестәрен уҙғарыуға башҡа ауылдарға ла саҡыралар, ауылдаштары, таныштары ла йыш мөрәжәғәт итә.
Фото: Зөһрә Ғәмбәрованың шәхси архивынан.