-18 °С
Болотло
Матбуғат йорто алдындағы Матбуғат байрамында Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйхезада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов гәзит уҡыусыларға күңелле ял минуттары бүләк итте.
– Мин ошо байрамдан һуң тура Яҡутстанға осам, мәртәбәле конкурста Башҡортостан данын яҡлайым, – тип шатлағы менән уртаҡлашты ул.
Ысынлап та, Яҡутстанда "Хомусист – Виртуоз мира” тигән хомуста (TRUMP) башҡарыусыларҙың III халыҡ-ара конкурсы бара. Яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!